Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Ғинуар 2023, 21:00

Яҙғыһын “Төньяҡ амурҙары”н көтөгөҙ!

Ул рус-швед һуғышында ҡатнашҡан, Наполеонды туҡмаған легендар ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтарын иҫкә төшөрә.  

Яҙғыһын “Төньяҡ амурҙары”н көтөгөҙ!
Яҙғыһын “Төньяҡ амурҙары”н көтөгөҙ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә “Төньяҡ амурҙары” йәнһүрәте өҫтөндә эштең тамамланыуы тураһында хәбәр иткән.

“Бына тигән йәнһүрәт килеп сыҡҡан. Сағыу, матур. Өҫтәүенә бик көнүҙәк тә. Ул рус-швед һуғышында ҡатнашҡан, Наполеонды туҡмаған легендар ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтарын иҫкә төшөрә.

“Төньяҡ амурҙары”н Өфөләге беҙҙең “Муха”студияһы ижад итте. Режиссер Руслан Тавалибов, продюсерҙар Артур Абдрахманов, Юнир Әминев, Камил Буҙыҡаев, рәссам-мультипликаторҙар, сценарий авторҙары, композиторҙар һәм башҡалар – ҙур талантлы команда.

Премьера – яҙ аҙағында. Ул ысын мәғәнәһендә мәҙәни сара булыр, тип ышанам.

Хәҙер беҙҙең “амурҙарҙы” бөтә Рәсәй буйынса тамашасылар ҡараһын өсөн әүҙем эшләйбеҙ. Башҡорт уҡсылары тураһында таҫма балалар һәм йәштәр өсөн патриотик тәрбиә биреү буйынса яҡшы әсбап буласаҡ. Беҙ халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең  тарихын һәм беҙҙе яҡлаған һәм яҡлаусы батырҙарҙы белергә тейешбеҙ”.

Фото: Радий Хәбиров.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: