Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Ғинуар 2023, 07:00

Үҙеңсә йәшә...

Кешегә бер нисек тә ярап булмай. Шуға үҙеңсә йәшә!

Үҙеңсә йәшә...
Үҙеңсә йәшә...
Йәшләй кейәүгә сыҡһаң – ҡайҙа ашығаһың, өлгөрмәҫмен тип ҡурҡаһыңмы?
Кейәүгә сыҡмаһаң – һиңә бер кем дә ҡарамай.

Бер генә бала үҫтерһәң – бер бала баламы ул?
Күпләп тапһаң – ниңә хәйерселек арттыраһың?

Тырышып эшләһәң – аҡса бер ваҡытта ла етмәй.
Эшләмәһәң – әсәйеңдең пенсияһын ашап ятыу оят түгелме?

Машина, фатир алһаң, диңгеҙгә ял итергә барһаң – ниндәй аҡсаға, буштан төшкән ере барҙыр...
Былар булмаһа — аҡса табырға эшкинмәйһең.

Вузда уҡыһаң – барыбер дипломыңдың фай­ҙаһын күрә алмаясаҡһың, уҡып мейеңде серетмә.
Уҡымаһаң – киләсәгеңде ҡайғыртмайһың, ғүмер буйы урам һеперәсәкһең.

Эсһәң – һин алкаш.
Эсмәһәң – сирле.

Кешегә бер нисек тә ярап булмай. Шуға үҙеңсә йәшә! 
 
Фото һәм текст сығанағы: "Зөһрә йондоҙ" төркөмө
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: