Иҙәнегеҙ түңәрәк,
Оса һары күбәләк.
Иҙәндәрҙә бейеп йөрөй
Алма кеүек тәгәрәп.
Әллә кемдең ҡыҙ ғынаһы
Бейеп йөрөгән була.
Йөҙө-башы, һынылышы
Көлөп йөрөгән була.
Баҫ, баҫ, баҫ әле,
Һығылһын иҙәндәре.
Һинән матур бейегәнде
Юҡ әле күргәндәре.
Бейеүсенең итәгенә
Дегәнәктәр йәбешкән.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Яңы бейергә төшкән.
Бейеүсенең итәгенә
Дегәнәктәр йәбешкән.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Яңы бейергә төшкән.
Ейәнсура һылыуы 4 йәшлек Аделия Мөхәмәтйәнова башҡарыуында бейеү тәҡдим итәбеҙ. Сәнғәткә ғашиҡ ижади ғаиләлә өс ағаһының наҙлы ғына һеңлеһе ул. Киләсәктә уны ҙур сәхнәләрҙә күрербеҙ әле!
Сығанаҡ: nsportal.ru/detskiy-sad/regionalnyy-komponent/2021/11/02/beyeu-takmaktary
Фото һәм видео: vk.com/muhamedyanovalilia