Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Ғинуар 2023, 17:15

"Мөхәббәт" тип исемләнгән тамаша көтә!

Концертта башҡорт филармонияһы солисы Сәйҙә Ильясова был темаға уйланыуҙары – беҙҙең был ерҙә булыуыбыҙ, осрашыуҙарыбыҙ, өмөттәребеҙ, хыянат һәм ышаныс, өмөт тураһында уртаҡлашасаҡ.

"Мөхәббәт" тип исемләнгән тамаша көтә!
"Мөхәббәт" тип исемләнгән тамаша көтә!

Һөйөү! Ул ни тиклем күп яҡлы! Мөхәббәттең юғары ҡиммәте Ватанға, дингә, тәбиғәткә, сәйәхәткә, юлға, ата-әсәләргә һәм балаларға, дуҫтарға, яратҡан кешеләргә бәйле булыуында сағыла…

Музыканттың һөйөүе – музыкаға, ул унан көс таба. Ышаныу һәм артабан йәшәү көсө.

Концертта башҡорт филармонияһы солисы Сәйҙә Ильясова был темаға уйланыуҙары – беҙҙең был ерҙә булыуыбыҙ, осрашыуҙарыбыҙ, өмөттәребеҙ, хыянат һәм ышаныс, өмөт тураһында уртаҡлашасаҡ.

Программала кисә геройының йырҙары һәм шиғырҙары яңғыраясаҡ.

Унда филармония артистары һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнаша.

Режиссеры  – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина.

Сығанаҡ: bashgf.ru/afisha/2023/01/31/ 

vk.com/id62929285

"Мөхәббәт" тип исемләнгән тамаша көтә!
"Мөхәббәт" тип исемләнгән тамаша көтә!
"Мөхәббәт" тип исемләнгән тамаша көтә!
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: