Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
31 Ғинуар 2023, 17:10

Спектаклде... психолог менән ҡарарға

Тамашасылар фекер алышты.

Стәрлетамаҡтағы Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында “Онотолған әҙәм” спектакле ҡуйылған. Тамашаның бер үҙенсәлеге: сәхнә әҫәрен ҡарағандан аҙаҡ психолог менән осрашып, фекер алышыу ойошторолған.

Назим Хикмәт пьесаһы буйынса ҡуйылған драма ир-егеттең ауыр яҙмышы тура­һында бәйән итә: “Ҡасандыр ул билдәле кеше булған, әммә һуңынан уның тураһында бөтә­һе лә онотҡан... Хеҙмәт­тәштәре, дуҫтары, ҡатыны...”

Спектаклдең режиссёры – Рәсәй Федера­цияһының атҡа­ҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы О. Ханов, ролдәрҙе Башҡортостандың халыҡ артистары Физалия менән Илһам Рәхимовтар, Илгиз Аҡымбәтов, Ҡәҙриә Мифтахова, Рәсил Сынбулатов, Әлиә Зарипова, Илнур Атйетәров, Фәнил Ҡарасурин, Ирек Ибраһимов башҡара. Художество етәксеһе – Башҡортостандың халыҡ артисы Илһам Рәхимов.

Пьеса авторы кешелә ҡатмарлы донъяуи шарттар баҫымы арҡаһында асылған яҡшы яҡтарҙы һүрәтләй: азат булырға ынтылыу, ижад итергә һәм яратырға һәләтле булыу.

Спектаклдән һуң тамашасылар клиник психолог, психофизиолог, психосоматика буйынса терапевт Денис Калякин менән осрашты. Бында үҙ-ара мөнәсәбәттәр, бер-береңә ышаныс, үҙ-үҙеңә баһа кеүек темалар менән ҡыҙыҡһы­ныусылар өсөн ҡыҙыҡлы әңгәмә ойошторолдо.


Р. СУЛПАНОВА

Читайте нас