Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
31 Ғинуар 2023, 14:05

“Торатау” геопаркы гөрләп торҙо

Еҙем буйына 700-ҙән ашыу кеше йыйылды.

Ғафури районы хакимиәтенән.
Фото:Ғафури районы хакимиәтенән.

Шәмбелә “Торатау” геопаркы биләмәһендәге “Красноусол” курорты янында “Еҙемфест. Рәсәй халыҡтары уйындары” төбәк-ара мәҙәни-танып белеү фестивале булды.   Сараны Мәҙәни башланғыстарға булышлыҡ итеү буйынса Президент фонды ярҙамы менән “Тархан” турист операторы һәм Ғафури районы хакимиәте ойошторҙо.

Фестивалгә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау ҡалаларынан, Ишембай, Бөрө, Ауырғазы райондарынан 700-ҙән ашыу кеше йыйылды. Уйындарҙы абруйлы ҡунаҡтар – Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Эльвира Айытҡолова һәм Наталья Костенко асты. Тамашасылар өсөн ойоштороусылар бай мәҙәни-күңел асыу программаһы тәҡдим итте.

Майҙансыҡта һөнәрселәр йәрминкәһе һәм гастрономия рәттәре эшләне. “Бишбармаҡ” кулинария студияһы street-food рәүешендәге бишбармаҡ әҙерләгәйне. Фестиваль барышында шулай уҡ “Мәргән уҡсы”, “Бәйге”, “Русские забавы” кеүек ярыштар уҙғарылды. Өс бәйгелә 160-ҡа яҡын һәүәҫкәр спортсы, ә уҡ атыуҙа һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә ҡатнашты.

“Бәйге”лә беренсе урынды Ғафури районы командаһы, “Русские забавы”ла – Өфө ҡалаһындағы “Диалог” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары берекмәһе командаһы, “Мәргән уҡсы”ла ир-егеттәр араһында Рәйес Низаметдинов, малайҙар араһында Батырхан Ғайсин, гүзәл заттар араһында Лилиә Низаметдинова, ҡыҙҙар араһында Зарина Зарипова яуланы.

Фестивалдә ҡатнашыусыларға һәм еңеүселәргә ойоштороу­сыларҙан һәм сараның мәғлүмәти партнеры “Спутник ҒМ” радио­станцияһынан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сара усаҡ тирәләй төрлө милләт халҡының әйлән-бәйләне менән тамамланды.

Әйткәндәй, “Еҙемфест. Рәсәй халыҡтары уйындары”нда турист операторҙары өсөн реклама-таныштырыу туры булды. Унда Мәскәү, Вологда, Киров ҡалаларынан туристик индустрия вәкилдәре ҡатнашты.


Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас: