Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
31 Ғинуар 2023, 10:17

Ялҡытмай торған тамашалар

Ҡыҙғаныс әҫәрҙәр оҡшай.

Бөтә халыҡ әкиәттәренең дә, әлбиттә, ҡасандыр авторы булған, әммә тәү сығанаҡ төрлө сәбәптән онотолған. Һәм уларҙың аҙағы яҡшы бөтә. Ҡайһы бер әкиәттәрҙә, бәлки, геройҙарҙың яҙмышы бәхетһеҙ ҙә тамамланғандыр, ләкин телдән-телгә, быуындан-быуынға күсә килә, әкиәтте һөйләүсе хәл-ваҡиғаның хәйерле бөтөүен теләгәнгә, бөтә сюжет та яҡшы тамамланған, сөнки кеше психологияһы һәр саҡ яҡшыға өмөт итә.

Тағы бер ҡыҙыҡ фекерем ме­нән уртаҡлашҡым килә. Беҙгә, башҡорт­тарға, аһ-зарлы, ҡайғы-хәсрәтле сюжеттар нығыраҡ оҡ­шай. Геройҙар менән бергә түге­леп иларға, йәлләр­гә күнеккәнбеҙ. Әҫәр ҡыҙғаныс икән – беҙгә шул һәйбәт. Тимәк, уңышлы ижад емеше. Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ыр­ғыҙ”, Зәйнәб Биишеваның “Кәм­һетелгәндәр”, Таңсулпан Ғарипо­ва­ның “Бөй­рәкәй”, Айгиз Баймөхә­мә­товтың “Ҡалдырма, әсәй!”, “Әкиәт­һеҙ бала саҡ” әҫәрҙәре мауыҡ­тырғыс сюжетлы, һутлы телле булғаны өсөн генә түгел, ә аяныслы яҙмыштар һүрәтләнеүе менән дә уҡымлы булып тора.

Сәхнә әҫәрҙәрендә лә шул уҡ хәл күҙәтелә. Минең тарафтан һуңғы йылдарҙа ҡаралған спектаклдәр араһында Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры ҡуйған Баныу Ҡаһарма­но­ваның “Шахтер” спектакле, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрын­дағы Александр Пушкиндың “Баҡса­һарай фонтаны” балеты ла бәхетһеҙ тамамлана. Ә бына Магнитогорск драма театры ҡуйған “Теге донъянан ҡайтҡан ир”, “Ханума” тамашалары, комедия жанрына ҡоролһа ла, ха­лыҡҡа бик оҡшап етмәгән һымаҡ тойолдо. Комедия жанрын тамашасы күңеленә еткереү өсөн ижад итеүсе­нән айырыуса оҫталыҡ талап ите­ләлер. Шуға ла комедия жанрына мө­рәжәғәт итеүселәр һирәктер. Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау”, Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса”, Флорид Бүлә­ковтың, Наил Ғәйетбаевтың әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған сәхнә әҫәрҙәрен ҡабат-ҡабат ҡараһаң да, ялҡытмай торған ижад емештәре тип иҫәпләйем. Тамашасылар бындай мәҙәни сара­ларҙан дәртләнеп, рухланып ҡайта. Таңсулпан Ғари­пованың “Маҡтым­һылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” әҫәре мюзикл жанрында ижад ителеүе ме­нән күңелде яулай, сөнки йыр-бейеүҙе лә халҡыбыҙ ихлас ҡабул итә.

Студент йылдарында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры афиша­һында комедия тип күрһә­телгән Флорид Бүләковтың “Әбей­ҙәргә ни етмәй” спектаклен ҡараным. Был әҫәр ныҡ уйлан­дырҙы, әммә сюжет бер ҙә көл­дө­рөрлөк түгел ине. Бер нисә айҙан үҙебеҙҙең ауыл сәхнә­һендә шул уҡ пьесаны һәүәҫкәр артистар һүрәтлән­дерҙе. Күҙҙән йәштәр сыҡҡансы көлдө тамашасылар. Трагикомедия бит был тигән фекергә килгәйнем шул мәлдә. Ысынлап та, шулай булып сыҡты.


Гөлсибәр ШАКИРОВА

Читайте нас