Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
31 Ғинуар 2023, 22:12

Ҡылҡумыҙҙа – боронғолоҡ ауазы

Халҡыбыҙҙың сал тарихына бәйләнгән ул.

З. Ғәниәтуллинаның социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһенән.
Фото:З. Ғәниәтуллинаның социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһенән.

Үткән йомала, 20 ғинуарҙа, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ғәйәт үҙенсәлекле, хатта былай ғына әйтеү аҙҙыр – ҡабатланмаҫ эстәлекле тамаша булып уҙҙы. Ул – ҡылҡумыҙ оҫтаһы Зәлиә Ғәниәтуллинаның “Дала ҡыҙымын мин” тип аталған милли моңдарҙан туҡылған концерты.

Музыкант – “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле ағзаһы, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы. Инде ике тиҫтә йыллап ул боронғо музыка ҡоралын тергеҙеү, популяр­лаштырыуға ҙур көс һала.

Этно-шоу – Зәлиә Ғәниә­тул­линаның тәүге яңғыҙ концерты. Бында боронғолоҡ менән заман­салыҡ ҡауышып, тыңлау­сы­лар онотолмаҫ тәьҫораттар солғаны­шында ҡалды, сөнки программала боронғо халыҡ йырҙары ла, хәҙерге композиторҙарҙың көйҙәре лә урын алғайны.

Ҡылҡумыҙ тигәндә, был музыка ҡо­ра­лы тураһында бик аҙ беләбеҙҙер. Тышҡы күренеше менән скрипкаға тартым, шулай уҡ ҡыллы музыка ҡоралы. Тик тулыһынса тәбиғи материал­дарҙан – ҡайын ағасы, тире һәм ат ялынан эш­лә­нә. Уйнау алымы ла икенсе төрлө – яурын­ға һалып түгел, ә вертикаль рәүештә.

Ҡылҡумыҙҙа уйнау хәҙерге заманда таралмаған булһа ла, борон унда, башҡа төрки ҡәбиләләрендәге кеүек үк, баш­ҡорттар ҙа уйнаған. “Заятүләк менән Һыу­һылыу” эпосында ҡылҡумыҙ тураһында телгә алына. Хатта бағымсылар, халыҡ дауалаусылары уның моңо ярҙамында сырхауҙарҙы ла имләгән, тигән мәғлүмәттәр осрай. Төрлө сәбәптәр арҡаһында был милли музыка ҡоралы онотола барған, ә уның урынын икенселәре алған.

Һуңғы йылдарҙа ҡылҡумыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна, уның тарихы өйрәнелә, уйнау терге­ҙелә. Милли мәҙәниәтебеҙҙә ҡасандыр мөһим урын биләгән был музыка ҡоралы менән ныҡлап танышты­рыуға иң ҙур өлөш индергән оҫталарҙың береһе ул Зәлиә Ғәниәтуллина. Уның ижад кисәһендә хеҙмәт­тәштәре – “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле оркестры, шулай уҡ коллективтың талантлы солисы  Алена Завьялова, “Хазина” этно-проекты, ҡурайсылар Юлай Ҡасимов, Юнир Һағын­баев һәм башҡалар ҡатнашты.

Тамаша алдынан Зәлиә Ғәниәтул­линаға бәйләнешкә сыҡҡанда, ул үҙенең ифрат тулҡынланыуын уртаҡлаш­ҡай­ны. “Ижадымдағы тәүге соло концерт, әммә айырыуса тулҡын­ланыуым бындай тамашаның Башҡортостанда беренсе тап­ҡыр үткәрелеүенә нығыраҡ бәй­лелер. Республикабыҙҙа, төрки халыҡтар йәшә­гән ҡайһы бер башҡа тарафтарҙағынан айырмалы, ҡылҡумыҙ моңдарынан тор­ған концерт булғаны юҡ ине”, – тигәйне ул. Тамаша үткәс, ышаныс менән әйтеп була: ҡыл­ҡумыҙ көйөнә арбалғандар һаны хәҙер арта төшкәндер. Үҙенә башҡа, ҡабатланмаҫ көй-моң, рух  сығанағы ул. Ҡылҡумыҙҙың серҙәрен асырға ла асырға әле.


Рәүилә Ғатауллина

Читайте нас: