Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Февраль 2023, 17:00

Быйма хөрмәтенә байрам уҙҙы

Исламбайҙар район кимәлендә Быйма байрамы ойошторҙо.

Быйма хөрмәтенә байрам уҙҙы
Быйма хөрмәтенә байрам уҙҙы

Бөрйән районының Исламбай ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә район кимәлендә Быйма байрамы үтте. Һәр ауыл биләмәһенән тиерлек береһенән-береһе дәртле 10 команда быймаларын биҙәп, байрамға әҙерләнеп килде.

Сараны Аҫҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ғәни Ғәли улы Юлдашев асып, ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Исламбай мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм "Йәнгүзәл" фольклор төркөмө апайҙарының йырлы-моңло күстәнәсе бәйгеселәргә көс-дәрт  өҫтәп ебәрҙе. Командалар үҙҙәре менән таныштырғандан һуң, ярыш башланды. Уларҙың һәр береһе сәмле, йәнле барҙы.

“Быймаға мәҙхиә” конкурсында быймаға арнап таҡмаҡтар йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр, саналарҙа уҙыш, “Ритайым” бейеүе лә сараның күңелле өлөшө булды. "Снайпер" тип аталған ярыш алыҫлыҡҡа быйма бәреү маҡсатын ҡуйҙы. Унда Исламбайҙың "Быймалы гаишниктар" командаһынан Нәсимә Кульчиковаға етеүсе булманы.

Ҡатнашыусыларҙың ғына түгел, хатта байрамды күрергә килгән тамашасыларҙың аяғында ла быйма ине.

Конкурста 1-се урынды Яңы Усман ауылы командаһы, 2-се урынды Исламбай һәм Брәтәк, 3-сө урынды Тимер, Ғәлиәкбәр, Яңы Мөсәт ауылдары командалары яуланы. Район мәҙәниәт бүлеге исеменән барлыҡ командаларға иҫтәлекле бүләктәр, грамоталар тапшырылды.

- "Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр" тигән мәҡәл тап беҙҙең ауылдың апайҙарына хас. Ҡар өҫтөндә ҡаҙан аҫып, былау бешереп, самауыр сәйҙәре менән байрамда ҡатнашыусыларҙы һыйланы улар. Һәр сарала ярҙам итеп йөрөүсе ауылдың "Ағинәйҙәр" ойошмаһына, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларына, ауылдаштарға, бағыусы ярҙамы күрһәткән егеттәргә ҙур рәхмәт. Бер һүҙ менән әйткәндә, байрам шәп үтте! – тине Исламбай ауылының мәҙәниәт йорто етәксеһе Вәлимә Ғәлиуллина.

Фотолар Вәлимә Ғәлиуллина архивынан.

Быйма хөрмәтенә байрам уҙҙы
Быйма хөрмәтенә байрам уҙҙы
Быйма хөрмәтенә байрам уҙҙы
Быйма хөрмәтенә байрам уҙҙы
Быйма хөрмәтенә байрам уҙҙы
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: