Йомабай ауылында тик йәштәр йәшәгән урамды Ҡастыҡ тип атағандар, йәғни йәш килендәр ҡәйнәләренән ҡасҡан.
Басир менән Шамилға Ҡастыҡ урамында йорт төҙөп, ут күрше булырға тура килде. Ауылдаштар ҙа булғас, бик тиҙ уртаҡ тел табып, ҡатындары ла ҡаршы килмәгәс, картуф ерҙәрен бүлеп түгел, ә ике участканы бергә кәртәләп, ике йорт араһындағы ҡоймаға бәләкәй генә ҡапҡа ла эшләнеләр. Тик ҡатындарының йә әсәһе, йә ҡәйнәһе: “Уртаҡ ҡапҡа эшләмәгеҙ, тауыҡтарығыҙ, әтәстәрегеҙ буталышып бөтөр”, – тип иҫкәртте, ләкин уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыусы булманы.
– Элек ауыл ерендә ҡош-ҡорт, мал-тыуар бысрағына батып йәшәне, беҙҙә заманса, таҙа, йорт алдыбыҙ хан баҡсаһы кеүек буласаҡ, – тип хыялланды йәш килендәр.
Йәштәрҙең тормошо гөрләп барҙы. Ҡунаҡҡа саҡырышыуҙар матур ғәҙәткә әйләнде. Ауыл ерендә мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотмайынса йәшәп буламы ни инде.
Һөтһөҙ, ҡаймаҡһыҙ, итһеҙ, йомортҡаһыҙ йәшәү йәш килендәргә тормошто тиҙ төшөндөрөп бирҙе. Улар тәүге уйҙарының хаталы икәнен аңлап, тауыҡ алып ебәрҙе.
Хәмиҙәнең тауыҡтары ни сәбәптәндер йомортҡаны аҙ һала башланы. Уларҙың ҡайҙа оялауын күҙәтеп тә өлгөрмәне, “ғәйепленең” “йырлай-йырлай” күршеләр яғына бәләкәй ҡапҡа аҫтынан сығып киткәнен күрҙе.
– Басир, беҙҙең бер тауыҡ тегеләр яғына сығып йомортҡа һала, – тип зарланды Хәмиҙә. Ире был быға еңел яуап бирҙе:
– Һы, тауыҡ һыйыр түгел инде. Бер йомортҡанан донъябыҙ ҡоромаҫ. Холҡон ташламаһа, салырбыҙ ҙа ашарбыҙ, – тине.
Ҡатынға иренең яуабы оҡшаманы. “Ниңә ул тауыҡтың күршеләргә инеп-сығып йөрөгән юлын ҡапларға, йәки бәләкәй ҡапҡаны алып, ҡойма ҡуйырға уйламай? Ни өсөн минең һүҙҙәргә еңел ҡарай? Картуф ерен дә айырым бүлеп кәртәләтмәне. Теге ваҡытта Шамилдың ҡатыны Ләбибә анекдот һөйләгәндә хихылдап көлдө. Көлөүе менән уны хупланы. Шамил Себергә йөрөп эшләй, ҡатыны бер үҙе өйҙә ҡала...” Хәмиҙәнең башына килгән уйҙар, фантазияһы ире менән күршеһе Ләбибәне ҡосаҡлаштырып, үбештереп бер түшәккә һалып та ҡуйҙы.
Ире менән Ләбибәнең “мөхәббәтен” һүндереү маҡсатында ул күрше ауылдағы сихырсыға мөрәжәғәт итте. Сихырсы сүплектән мал һөйәктәрен йыйып алды ла хәҙер инде дошман күргән күршеһенең йорт ихатаһына ташларға ҡушты, тик бының файҙаһы булманы. Ләбибә сирләмәне, күҙе һуҡырайманы, фалиж һуҡманы, ире ташлап китмәне.
Сираттағы һөйләшеүҙә:
– Тауығыбыҙ тегеләргә йөрөүҙән туҡтамай. Ләбибә уны сихырлаған, тиҙҙән барыһы ла уға йомортҡа һаласаҡ, – тине Хәмиҙә.
– Ах, булманы бит шул тауыҡ, – тип Басир асыуынан йорт алдында йөрөгән тауыҡты һуйып та ҡуйҙы.
– Өс йыл буйы файҙа килтерәсәк йомортҡа тауығын һуйҙың, ә Ләбибәңә йөрөгән урта ҡапҡаны бикләмәнең, – тип Хәмиҙә иренең яраһына тоҙ һалды.
Түҙемлеге бөткән Басир, бер ғәйепһеҙ булған ҡапҡаһын мәңге асылмаҫлыҡ итеп, ике йөҙлө сөй менән егерме урындан ҡағып ҡуйҙы. Был хәлдән һуң ҡатынының тынысланыуына өмөт итте, әммә бер көндө:
– Ләбибәң яғынан колорадо ҡорттары беҙҙең яҡҡа сығып, картуф япраҡтарын ашай. Уларҙың сүп үләндәре лә беҙҙең яҡа сығып үҫә, – тип иренә тағы ҡаныҡты, тағы ғәйеп таҡты.
– Күрмәнеңме ни, үткән аҙнала ғына ул ҡорттарын ағыуланы бит.
– Һин Ләбибәңдең ҡасан ҡорт ағыулағанына ҡәҙәр беләһең. Тимәк, ике күҙең дә, ике аяғың да шунда, – тине Хәмиҙә.
– Телеңә хужа бул, юҡты бар итеп һөйләйһең, уларҙың да, беҙҙең дә ғаиләне боҙаһың бит.
– Мин ғаиләбеҙҙе боҙмайым, ә һаҡлайым. Һин мине ташлап, Ләбибәңә китһәң, вәт, бына шунда ғаилә боҙола...
– Ундай уй төшөмә лә ингәне юҡ. Ләбибәнең ире бар бит.
– Булһа ни, уның ире ай буйы Себерҙә эшләй. Унда уның нисек йөрөгәнен кем белә, кем күрә? Ләбибә лә ай буйы мендәр ҡосаҡлап ята...
– Кемдең нимә ҡосаҡлағанында минең ни эшем бар?!
– Бар. Мине ышандырған булып, ҡапҡаны сөйләп ҡуйҙың, ләкин ул бейек түгел. Унан һин генә түгел, Ләбибәң дә был яҡҡа еңел генә һикереп сыға ала... Ләбибәнең картуф баҡсаһында бер ҡорт та ҡалмаған. Төндә баҫыуға эшкә киткән булып, уның баҡсаһындағы ҡорттарҙы һин ағыулайһыңдыр. Төндә уларҙың тауығына беҙҙең яҡтан ем һибәһеңдер... Өйҙөң ике тәҙрәһен улар яғына ҡаратып эшләнең, мин юҡта гел Ләбибәңә һоҡланып ултыраһыңдыр...
Басир ҡапҡаны алып ташланы ла тимерҙән бейек ҡойма ҡуйҙы, тәҙрәһен таҡта менән ҡапланы.
Көҙгө уңышты йыйып, донъяһы теүәлләнгәс, Басир төнгө сменаға ер һөрөргә, ә күршеһе Ләбибә бер йәшлек улын күтәреп күрше ауылдағы бер туған апайына ҡунаҡа барырға автобус туҡталышына сыҡты.
Хәмиҙәнең көнләшеүҙән башына шунда уҡ иң хәтәр хәлдәр килеп тә баҫты. Икеһе бергә посадка буйында осрашырға һүҙ ҡуйышҡандар, тип уйланы ул. Төн еткәс, көнләшеүҙән ярһыған ҡатын Ләбибәнең йортона кәрәсин һибеп, ут төрттө. Район үҙәгенән янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, үҙенең дә, Ләбибәнең йортонан да бары тик көл генә тороп ҡалды.
Эйе, халыҡ әйткәнсә, һәр кемдең үҙ башында үҙ ҡорто.
Автор: Юнир Салауатов.
Нәфис һүҙ оҫтаһы, юморист һәм сатирик, эстрада артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Хәй улы Салауатов 1948 йылдың 1 февралендә Бөрйән районының Байназар ауылында тыуған. Байназар урта мәктәбен тамамлағандан һуң Өфө сәнғәт училищеһының актерлыҡ бүлегендә уҡый. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлегендә уҡыуын дауам итә, Гөлли Мөбәрәкова һәм Ғабдулла Ғиләжев класында белем ала. Хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай, һуңынан Башҡорт дәүләт филамонияһына күсә. “Кәтүк һәм Бағанай” төркөмөндә ижад итә. Авторҙың үҙенсәлекле ижады республика матбуғат баҫмаларында сыға, сәхнәлә ҡулланыла.
Юнир Хәй улын тыуған көнө менән ҡотлап, оҙон ғүмер, һаулыҡ, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ!
Р. Мусина фотоһы.