Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Февраль 2023, 22:00

Күгәрсен күҙе һин...

Төркөмдәштәренә нимә тип кенә һөйләр икән Сәлимә? Өс бала менән ире ташлап икенсе ҡатынға сығып китеүе, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыр өсөн бер эштән дә тартынмай, ике-өс урында тир түгергә тура килеүе, 50 йәшкә етеп барғанда саҡ үҙ мөйөшөн булдырыуы, туй үткәрмәй генә улына кәләш алыуҙары тураһындамы? Һәм бына...

Күгәрсен күҙе һин...
Күгәрсен күҙе һин...

Институттың бер факультетында уҡыған төркөмдәштәрҙең 25 йылдан һуң осрашыуы бара. Бишәр йыл һайын күрешеп торғандары ла, араларында беренсегә килеп ултырғандары ла бар. Хәҙерге заманда ни, ватсаптан яҙышып, бер-береһе тураһында белешеп, фотоларын күреп торғас, осрашыу еңел башланды.

Йәнле күрешеү шулай ҙа ҡыҙығыраҡ, ҡыҙҙар-егеттәр, бер ҡараһаң, элекке кеүек тә, икенсе яҡтан, ҙур ваҡыт арауығы ята бит - һәр береһендә ҙур үҫеш, алға китеш.

Ана Регина хас та уҡыған ваҡыттағы кеүек ҡылансыҡлана, әртисләнә, ҡупайып алырға ла өлгөрә. Уның әхирәте лә үҙе кеүек: бына мин элек нисек текә инем, әле лә шундаймын тип танау сөйөп, өҫтән ҡарап ултырғандай. Гел староста булып, шартлап-шарылдап торған Гүзәл элекке ғәҙәте буйынса төркөмдәштәрен бер йоҙроҡҡа туплап тоторға тырышҡандай. Студенттарҙың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып йөрөгән егет - Дамир - әле лә шундай: телефонын ҡулынан төшөрмәй, эшендәге әле тегеһенә, әле быныһына күрһәтмәләр бирә, ахыры, класташтарына һүҙ ҡушырға ла өлгөрә. Шым ғына, үҙ донъяһында йәшәгән Сәлимә һаман шулай уҡ ситтән генә йылмайып иптәштәрен күҙәтә. 25 йылға беренсегә килгән әхирәте Вәлимә лә артыҡ һөйләмәй, күберәк тыңлай. Эйе, бөтәһе лә элеккесә, тик ниндәйҙер холоҡ-һыҙаттары сағыуыраҡ булып киткән, ҡайһыларылыр төҫһөҙләнгән кеүек.

Һүҙҙе элекке староста алып, осрашыу кисәһен башлап ебәрҙе.

- Иптәштәр, килмәгәндәр үҙҙәренә ҡарап үпкәләһен әйҙә, килгәндәргә - афарин! Беҙҙең төркөм дуҫ, татыу булды, бер-беребеҙҙе ҡурсалап ҡына торҙоҡ. Ғүмер үтә, йәшәрмәйбеҙ, артабан, әйҙәгеҙ, өс йыл һайын осрашып торайыҡ!

- Мин хатта йыл да осрашырға тәҡдим итер инем. Быйыл беренсегә килгәндәр бар. Әйҙәгеҙ, уңыштар-ҡаҙаныштар, ғаилә хәлдәребеҙ менән таныштырып үтәйек, - тип уны күтәреп алды төркөмдөң иң әүҙем егете.

Төркөмдәштәренең ҙур үрҙәр яулауы, уңышлы донъя көтөүҙәре тураһында тыңлаған һайын башы эйелә барҙы Сәлимәнең: кемдәрелер ҙур етәксе, икенселәре үҙ эштәрен асҡан, өсөнсөләренә йылына ике тапҡыр сит илдәрҙе гиҙеү, ял итеү бер ни тормай икән, балалары әллә ҡайҙарҙа уҡыған, хәҙер ейәндәре...

Үҙенә сират етеүҙән ҡурҡып ултырҙы Сәлимә: нимә тип кенә һөйләр икән? Өс бала менән ире ташлап икенсе ҡатынға сығып китеүе, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыр өсөн бер эштән дә тартынмай, ике-өс урында тир түгергә тура килеүе, эшендә бер ниндәй үҫеш булмауы, 50 йәшкә етеп барғанда саҡ үҙ мөйөшөн булдырыуы, туй үткәрмәй генә улына кәләш алыуҙары тураһындамы? Үҙҙәре уңышлы йәшәгән кеше аңлармы һуң уның ниҙәр кисергәнен?

Һәм бына сират етте. "Мин - бәхетле әсәй, балаларымдан уңдым, хәҙер уларҙың уңышына ҡыуанып йәшәйем, ике ейәнем бар, шуларҙы ҡарашам. Тағы ни кәрәк бәхет өсөн?" тип һүҙ башлағайны ғына, үҙ баһаһын электән белгән Рәсимә уны бүлдереп ҡысҡырып ебәрҙе (мең рәхмәт уға артыҡ һорауҙарҙан ҡотҡарғаны өсөн).

- Эй, Сәлимүш, һин һаман шундай икәнһең. Беләһеңме, мин һине ниндәй сәскәгә оҡшатам? Күгәрсен күҙенә - шундай ябай, бер ҡатлы, бәләкәй генә, - тип көлдө үҙенән башҡаны тыңларға яратмаған төркөмдәше. Был хәбәрҙән башҡалар ҙа йәнләнеп китте, уларға ла ябай кешенең ябай тарихын тыңлау ҡыҙыҡ булмағандыр. "Ә мин ниндәй сәскә?" тип геүләшеп алып китте 50 йәшкә яҡынлап барған ҡатын-ҡыҙ. Шартына килтереп кейенгән-яһанған, һауалы ғына ултырған Регинаға - орхидея, сөнки "ул шундай көйәҙ, ныҡлы иғтибар талап итеүсе", үҙенә - рауза, "сөнки ул ҡыйбатлы, баһалы", берәүгә ҡупшы булғаны өсөн - пион, кемгәлер исемдәре буйынса миләүшә, ләлә, башҡа баҡса сәскәләре сыҡты.

Бер яҡтан, үҙе иғтибар үҙәгенән төшөп, һөйләшеү йәнле, ҡыҙыҡ юҫыҡ алғанға ҡыуанһа, икенсе яҡтан, "ябай, бер ҡатлы" тигән һүҙҙәр күңеленә ауыр булып ятты Сәлимәнең, эсе бошоп, йыйындың аҙағын да көтмәйенсә ҡайтып китте...

Теүәл бер аҙнанан тыуған яғына әсәһенең йыллығын уҡытырға ҡайттылар. Ауылға етәрәк улына машинаһын элек үҙҙәре еләк йыйған ыҡсым ғына аҡланда туҡтатырға ҡушты. Йәйҙең шундай хозур мәлендә китте шул ҡәҙерлеһе: оҙон көн буйы ҡоштар һайраған, болон тулы әллә нисә төрлө сәскә күҙҙең яуын алып ултырған саҡ. Араларында бәләкәй генә, күҙгә ташланып бармаған күгәрсен күҙҙәре лә бар. Өйкөм булып үҫкән урындарында бигерәк матурҙар икән дә! Сәскәнән сәскәгә күбәләктәй осоп йөрөгән ейәнсәре: "Өләсәй, ҡара әле, был ниндәй сәскә?" - тип һорау бирҙе көтмәгәндә. "Күгәрсен күҙе..." "Ниңә улай тип атағандар?" "Күгәрсендең күҙе кеүек күк кенә бит, шуғалыр". "Өләсәй, улар һиңә оҡшаған, ибет, һинең дә күҙҙәрең шундай төҫтә лә", тигәс, терт итеп ҡалды Сәлимә. Теге ваҡыт осрашыуҙа сәскәнең ябайлығы, бер ҡатлылығы менән сағыштырып йәнде үртәгәйнеләр, бөгөн килеп, матурлығы менән сағыштыра бит ейәнсәре. Нимәһенә үпкәләнем икән - эскерһеҙ, бер ҡатлы, тыйнаҡ булыу, йәғни үҙ асылыңды юғалтмай йәшәү яҙыҡмы ни? Бәлки, ул һүҙҙәрҙе төркөмдәше маҡтау итеп әйтергә теләгәндер? Бына бит, ялан тулы саф, күҙҙәрҙе ҡамаштырырлыҡ зәңгәрлек, уларға ҡарап күңел ҡыуана, наҙлана, ә үҙҙәрен өҙөргә һис кенә лә ҡул бармай...

Ысынлап та, тормошта үҙ тырышлығы менән юл ярған Сәлимәнең яҙмышы үҙ алдарына ер төртөп сығып, бер ниндәй тәрбиә-ҡарауға мохтаж булмаған әрһеҙ күгәрсен күҙҙәре сәскәһенекенә оҡшаш икән дә. Ул да бит берәүҙән дә йәлләү-иғтибар талап итмәй, артыҡ күҙгә салынмай ғына, тыйнаҡлығы, саф күңеле менән донъяны йәмләп, изгелек сәсеп йәшәргә тырыша. ...Ә эргә-тирәләге кешеләргә бер үтенесе бар уның: ҡылдай нескә күңеленә һаҡһыҙ һәм хаҡһыҙ ҡағылмаһындар ине.

Фото: u-f.ru

Автор:Аклима Гизатуллина

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: