Бөгөн Дүртөйлө ерендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең 105 йыллығына арналған саралар иртәнән башланды.
Тәүҙә Дүртөйлө ҡалаһында яугир шағирҙың бюсына сәскә һалыу тантанаһы уҙҙы. Унда Дүртөйлө район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илнур Әхмәҙиев, мәҙәниәт идараһы етәксеһе Рәсим Ямалтдинов сығыш яһаны. Ул шағыр менән яҡташтарының ғорурланыуы, уның иҫтәлегенә уҙғарылған саралар тураһында һөйләне. Сығыш яһаусылар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире, шағир Лариса Абдуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, "Өмөт" гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ноғоманов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов та бар ине. Улар шағир тураһында йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Назар Нәжмигә бағышланған саралар көнө буйы дауам итәсәк. Сәскә һалыу сараһынан һуң райондың үҙәк китапханаһында Назар Нәжмигә арналған район шиғриәт фестиваль-конкурсы башланды. Артабан Назар Нәжми исемендәге Башҡорт гимназияһында яҙыусылар уҡыусылары менән осрашасаҡ. Шулай уҡ унда Назар Нәжми призына волейбол буйынса турнир еңеүселәре тәбрикләнәсәк.
Халыҡ шағирының тыуған ауылы Миңештелә лә күп саралар ойоштороласаҡ. Ҡунаҡтар уның Йорт-музейында буласаҡ, уның ҡәберенә лә барасаҡ. Ә инде йомғаҡлау тантанаһы район Мәҙәниәт һарайында киске сәғәт 7-лә башланасаҡ.
Назар Нәжмигә бағышланған сараларҙа уның ситтә йәшәгән билдәле яҡташтары ла ҡайтҡан. Күрше Татарстандан да ҡунаҡтар килеүе көтөлә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.