Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Февраль 2023, 11:00

“Һиндә генә бала”, “һиндә генә ир...”

Йырсы Гөлназ Асаева социаль селтәрҙә үҙенә ҡарата йыш яҙылған фекерҙәр менән уртаҡлашҡан

“Һиндә генә бала”, “һиндә генә ир...”
“Һиндә генә бала”, “һиндә генә ир...”

Йырсы Гөлназ Асаева социаль селтәрҙә үҙенә ҡарата йыш яҙылған фекерҙәр менән уртаҡлашҡан.

“Баланы ҡуйһаң, “һиндә генә бала инде” тиҙәр. Вилданды ҡуйһаң –  “һиндә генә ир инде”. Ашаған, эскәнде ҡуйһаң – “һеҙҙә генә шулай инде”. Бер нимә лә ҡуймаһаң – “Һин иҫәнме ул?”. Йырҙарҙы ҡуйһаң – “йырларға өйрән”. Йырҙарҙы ҡуймаһаң – “бөткән инде был, бүтән йырламай”.

Ҡыҫҡаһы, бик күп миҫал килтереп була, әммә шулай ҙа ныҡ рәхәт һеҙ булғанда. Шулай бергә булайыҡ әле, дуҫтар!” – тип яҙған Гөлназ.

Кешегә ай ҙа, ҡояш та ярамай, тиеүҙәре шунда килә инде. 

Сығанаҡ: Г.Асаеваның социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһенән.

(vk.com/gulnaz_asaeva)

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: