Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Февраль 2023, 23:00

"Һиңә тағын мин бер киләм әле"

Бөгөн Дүртөйлө ерендә Назар Нәжмигә арналған ҙур саралар үтте.

"Һиңә тағын мин бер киләм әле"
"Һиңә тағын мин бер киләм әле"

"Һиңә тағын мин бер киләм әле", "Ҡышҡы романс", "Юҡҡа түгел" кеүек беҙ яратҡан йырҙар авторы, күренекле шәхес - Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми. Бөгөн һүҙ оҫтаһының тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған саралар уның тыуған яғында - Дүртөйлө ерендә иртәндән үк башланды. 

Хәтер сараһы Назар Нәжмиҙең һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Һуңынан үҙәк китапханала район буйынса шиғриәт фестиваль-конкурсы үтте. Артабан Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһында яҙыусылар менән осрашыу ойошторолдо, шулай уҡ шағир призына үткәрелгән турнирҙа еңгән командаларҙы ҡотлау булды. Бәйгелә беренсе урынды Дүртөйлө ҡалаһының 5-се мәктәбе командаһы алды, икенсе урынды - Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы командаһы, өсөнсө урында - 4-се мәктәп командаһы.

Артабан ҡунаҡтар яугир шағирҙың тыуған ауылы Миңештегә юлланды. Назар Нәжмиҙең ҡәбере ауылға ингән ерҙә урынлашҡан. Яҡташтары шәхес тураһында яҡты  иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, ә инде яҙыусылар уның ижадының, әйткән һүҙенең көсө һәм ҡеүәте тураһында һөйләне. 

Шағирҙың һуңғы ике йылда йәшәгән йортонда ла булырға насип итте ҡунаҡтарға. Хәҙер ул - йорт-музей. 

Назар Нәжмигә бағышланған төп сара район мәҙәниәт һарайында дауам итте. Уның фойеһында яҙыусының тормош юлына бағышланған күргәҙмә ойошторолған. 

Хәтер кисәһендә Дүртөйлө район хакимиәте башлығы Риф Йосопов, Башҡортостандың халыҡ артистары Фидан Ғафаров, Рим Хәсәнов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лариса Абдуллина сығыш яһаны. Шулай уҡ феcтиваль-конкурста еңеүселәрҙе бүләкләү ҙә булды. Әлбиттә, яҙыусының шиғырҙарына яҙылған йырҙар ҙа яңғыраны. 

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

 

"Һиңә тағын мин бер киләм әле"
"Һиңә тағын мин бер киләм әле"
"Һиңә тағын мин бер киләм әле"
"Һиңә тағын мин бер киләм әле"
"Һиңә тағын мин бер киләм әле"
"Һиңә тағын мин бер киләм әле"
"Һиңә тағын мин бер киләм әле"
"Һиңә тағын мин бер киләм әле"
"Һиңә тағын мин бер киләм әле"
"Һиңә тағын мин бер киләм әле"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: