Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Февраль 2023, 18:25

Ҡулланыу мөмкинлеге киңәйә

“Пушкин картаһы” – йәштәрҙе мәҙәниәткә ылыҡтырыу маҡсатында булдырылған программа. Рәсәйҙә ул өсөнсө йыл рәттән тормошҡа ашырыла, һәм ҡулланыусылар тарафынан лайыҡлы баһаланып өлгөрҙө.

Быйыл был картаға дәүләт тарафынан 5 мең һум аҡса һалынды. Уны йәштәр үҙҙәре барырға теләгән мәҙәни сараларға сарыф итә ала. 

Белеүебеҙсә, “Пушкин картаһы” менән 14-тән 22 йәш арауығындағы һәр йәш кеше ҡуллана ала. Уҡыймы, эшләйме, әллә әлегә үҙ юлын эҙләйме – уныһы мөһим түгел, төп шарт – ҡулында Рәсәй гражданы паспорты һәм СНИЛС булһын.

Ата-әсә балаһына “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә раҫланған иҫәп яҙмаһы булдырыуҙа ярҙам итә ала, әммә “Пушкин картаһы”н йәш кеше үҙ исеменә теркәй һәм үҙенең иҫәп яҙмаһы менән генә ҡуллана.

Пушкин картаһы йәш кешегә мәҙәни сараларға бушлай йөрөү өсөн генә бирелә. Шуға күрә уны ҡулланып, әйбер һатып алып булмай. Ҡулаҡса алыу, дуҫыңа күсереү – мөмкин булмаған эш.

Карта менән ҡайҙа барып була? Һайлау мөмкинлеге ҙур ғына. Мәҫәлән, театрҙарға, музейҙарға, концерттарға, күргәҙмәләргә, йәғни теләгән сараға рәхим ит! Әйткәндәй, Пушкин картаһын үҙең йәшәгән республикала ғына түгел, сәйәхәт барышында башҡа төбәктәрҙә лә ҡулланырға, мәҙәни саралар ҡарарға була.

Шулай уҡ Пушкин картаһы буйынса ватан фильмдарына билет алып була. Мәҫәлән, иҫ киткес танылыу алған “Чебурашка” фильмына бушлай барып ҡайтыу – шәп бит! Йыл дауамында Пушкин картаһындағы сумманың 2 мең һумын Рәсәй кинофильмдарын ҡарауға тотонорға мөмкин. Билет һәр кемдең үҙенә генә бирелә, Пушкин картаһы буйынса әхирәтең­де киноға саҡырып булмай.

3 Картаның суммаһы – 5 мең һум, шуның 2 меңен ки­ноға барыуға тотонорға була. 
3 “Пушкин картаһы” про­граммаһының хеҙмәт­лән­де­реү үҙәге телефоны: 8-800-100-06-45.

Читайте нас