

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе коллективы юғары һөнәри оҫталығы, үҙенсәлекле тамашалары һәм әүҙем гастролдәр эшмәкәрлеге менән Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә лә танылыу яуланы. Заман менән бергә атлап, һөнәри камиллыҡҡа ынтылып, тамашасыларҙың күңел талабын үтәүҙе, рухи ихтыяжын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған Башҡортостан сәнғәтенең мәрйендәре йыйылған был коллективта.
Стәрлетамаҡ филармонияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, сәнғәткә, тормошҡа ғашиҡ, “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмөнөң оҫта ҡурайсыһы Миңлеғәле Хәсәнов тураһында бөгөнгө яҙмабыҙ.
Талантлы, үткер ҡарашлы, булмышынан бер аҙ талапсанлыҡ та, һөйкөмлөлөк тә бәрелеп торған был ир-егет – бик күптәр өсөн өлгө. Бөгөн 60 йәшлек тормош үрен яулаған уҙамандың яҙмышы көтөлмәгән боролоштарға, уйламаған ҡылыҡтарға бик бай. Шулар һәм, ғөмүмән, ижад хаҡында Миңлеғәле Ибраһим улы Хәсәнов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Миңлеғәле Ибраһим улы, һеҙҙең сәнғәткә ынтылыш ҡайҙан килә? Тыуған Баймаҡ еренең тупрағынанмы, әллә нәҫелдәнме?
– Баймаҡ ере таланттарға бай төбәк. Алма ағасынан алыҫ төшмәй тигәндәй, төрлө һәләт эйәләрен күреп, белеп, бай рухлы мөхиттә үҫкәс, тыуған ер көсө, бәрәкәте ҡанға һеңә. Ә нәҫелгә килгәндә минең ҡартатайым оҫта ҡурайсы булған, шуға күрә атайым мине һәр ваҡыт ҡурай уйнарға, ошо юлдан барырға өндәне. Хатта күпселек өй эштәрен үтәүҙе түгел, ә көн дә ҡурайҙа уйнауҙы талап итә ине. Тап атай-әсәйемдең ҡанат ҡуйып, дәртләндереп, өмөтләндереп тороуы мине ошо юҫыҡта үҫтерҙе. Шуға күрә сәхнә кешеһе булып китеүемә нәҫел ебенең дә, тыуған ерҙең дә йоғонтоһо көслө булды, тип әйтә алам.
– Ҡурайҙы ҡасан тәүге тапҡыр ҡулығыҙға алғанығыҙҙы иҫләйһегеҙме?
– Хәл былай булды. Йәй көнө, 7-се класты тамамлағас, ағайымдар менән бесән эшләйбеҙ. Яланда үҫкән үлән ҡурайын ағайым һыҙғыртып алды, мин дә ҡыҙыҡһынып киттем, һыҙғыртып ебәрҙем. Килеп сыҡты бит, әй! Тап шул мәлдә дәртләнеп, илһамланып ҡурайҙы ҡулдан төшөрмәҫ булдым.
– Төрлө көйҙәр башҡараһығыҙ, шулай ҙа халыҡ көйҙәренә өҫтөнлөк бирәһегеҙ кеүек.
– Эш башлаған дәүерҙә көйҙәрҙе заманса мотивҡа һалып яңғыратыу мине арбай ине. Яңыса уйнаған көйҙәр үҙенсәлеклерәк, дәртлерәк тойолдо. Хәҙер, ваҡыт үтеү менән, халҡыбыҙҙың күңеленән сыҡҡан, тарихы булған боронғо көйҙәргә өҫтөнлөк бирәм. Әле “Шарлы урман” күңелемде ялмап алды. Шулай ҙа көйҙәрҙең төрлөһөн башҡарырға кәрәк, сөнки беҙ халыҡтың, тамашасының күңелен бар яҡлап та байытырға бурыслыбыҙ.
– Ғаилә тормошона байҡау яһайыҡ.
– Хәләл ефетем, иң яҡын дуҫым һәм сәхнә партнерым Рәйхана Ҡорбанғәли ҡыҙы менән сәхнәлә танышып, 36 йыл бергә тормош һуҡмағынан атлайбыҙ. Улыбыҙ Илгиз шулай уҡ берләшмәлә электр яҡтыртыу цехында эшләй. Олатай булмағанмын әле, шуға йәштәр менән бер рәттән, дәртле баҫып, тыуған республикала, шулай уҡ сит илдәрҙә һәм башҡа өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе һөйөндөрөп, башҡорт халыҡ сәнғәтен еткереүҙе изге бурыс итеп эшләп йөрөйөм.
– Гәзит уҡыусыларға, тамашасыларға әйтер һүҙегеҙ, теләктәрегеҙ ҙә барҙыр.
– Илһам, йәшәү көсөн байытыу, мөхәббәт, бәхет тойғоларына күмелеп йәшәү өсөн концерттарға, спектаклдәргә йөрөргә, башҡорт гәзит-журналдарына яҙылырға, ижади сығанағығыҙҙы тулыландырып торорға саҡырам. Кешелекле, тәбиғи булырға өндәйем.
Бар күңеле, йәне менән көслө рухлы ҡурайсыбыҙ Миңлеғәле Хәсәнов йөрәгенән сыҡҡан моңдарҙа тыуған илебеҙҙең матурлығын, тәбиғәттең сафлығын халыҡҡа еткерә. Миңлеғәле Ибраһим улы ниндәй генә сәхнәлә сығыш яһамаһын, һәр кемгә сағыу байрам кәйефе бүләк итә. Күп милләтле Башҡортостан халҡының мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, күркәм йолаларын, халҡыбыҙҙың тарихын пропагандалау йәһәтенән ул сәнғәткә баһалап бөткөһөҙ көс һала.
- Аҡйондоҙ ҠАРАНАЕВА