Ғәҙәттә, киң даирәле, төплө белемле кешеләрҙе шаяртыу ҡатыш “аяҡлы энциклопедия” тип йөрөтәләр. Ғилем һәм мәғрифәт донъяһында “энциклопедик белемгә эйә” тигән һүҙбәйләнеш тә йыш осрай. Ысынлап та, энциклопедия – ул бик етди, нигеҙле, фәнни һәм документаль йәһәттән ныҡлы тикшереп нәшер ителгән баҫма, юҡҡа ғына уны йәмғиәттең төп китабы тип атамайҙар. Бына инде өс тиҫтә йыл дауамында Башҡортостан Республикаһында “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы эшләп килә.
Тарихҡа бер ҡараш
БАССР Министрҙар Советының 1991 йылдың 19 мартындағы ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Башҡорт энциклопедияһы бүлеге ойошторола. Уның етәксеһе итеп ғалим һәм яҙыусы Рәшит Шәкүр тәғәйенләнә. 1993 йылдың 19 ғинуарында БР Министрҙар Советы “Башҡорт энциклопедияһын нәшер итеүгә әҙерлек барышы тураһында” ҡарар ҡабул итә. Шул нигеҙҙә ошо йылдың 4 февралендә республикабыҙҙа энциклопедия һәм һүҙлек-белешмә әҙәбиәт сығарыуға махсуслашҡан учреждение – Башҡорт энциклопедияһының Баш редакцияһы барлыҡҡа килә. Тағы ла ике йылдан һуң ул фәнни нәшриәткә әйләнә.
Ошо йылдар дауамында “Башҡорт энциклопедияһы” фән учреждениеһы Рәсәйҙә баҫма продукцияның күләме һәм сифаты йәһәтенән иң алдынғыларҙың береһе булып танылды. Бында 38 томдан торған төрлө йүнәлешле 26 энциклопедия, 22 һүҙлек-белешмә әҙәбиәт, һигеҙ электрон энциклопедия һәм башҡа төрлө баҫмалар донъя күргән.
1996 йылдың ноябрендә “Башҡортостан” ҡыҫҡа энциклопедияһы әҙерләнеп бөтә. Киләһе йылына уның башҡортса варианты нәшергә ебәрелә, әммә ул 2000 йылда ғына донъя күрә. Был баҫмаларҙың сығыуы тотош республика кимәлендә айырым әһәмиәткә эйә ваҡиға булараҡ билдәләнә, хатта ошо айҡанлы Башҡортостандың ул саҡтағы Президенты Мортаза Рәхимов ҡатнашлығында тантаналы ултырыш үтә. Ғилми ойошма хеҙмәткәрҙәренең фиҙакәр хеҙмәте республика етәкселеге тарафынан лайыҡлы баһалана.
Ысынлап та, “Башҡортостан” ҡыҫҡа энциклопедияһы республикабыҙҙа ғына түгел, милли төбәктәр араһында фәнни нигеҙҙә әҙерләнгән тәүге ошондай баҫма булыуы менән дә әһәмиәтле. Ә уның башҡорт телендәге варианты Рәсәй халыҡтарының туған телендә нәшер ителгән беренсе энциклопедия булыуы менән ҡиммәт.
Тәүге һынауҙы уңышлы үткән һәм ярайһы уҡ тәжрибә туплаған хеҙмәткәрҙәр 1998 йылда күп томлы “Башҡорт энциклопедияһы”ның концепцияһын әҙерләүгә тотона. 1999 йылда БР Министрҙар Кабинетының ошо хаҡтағы ҡарары донъя күрә һәм иҫ киткес ҙур хеҙмәт, ваҡыт, ныҡышмалылыҡ һәм фиҙакәрлек талап иткән мөһим эш башлана. Был башланғысҡа 800-ҙән ашыу ғалим һәм юғары квалификацияға эйә белгес йәлеп ителә.
Бөгөн башҡорт һәм рус телдәрендәге “Башҡортостан” ҡыҫҡа энциклопедияһы һәм уның ете томдан торған ҙур варианты күптәр өсөн һәр йәһәттән ышаныслы, етди мәғлүмәт сығанағы булып хеҙмәт итә. Бынан тыш, ошо йылдар дауамында бында “Салауат Юлаев”, “Башҡортостан халыҡтары”, “Башҡорттарҙың хәрби тарихы” һәм башҡа хеҙмәттәр, күп йүнәлештәге һүҙлектәр, район һәм ҡалаларҙың энциклопедиялары донъя күрә, нәшер ителгән баҫмаларҙың электрон варианттары әҙерләнә.
Энциклопедия ветераны
“Башҡорт энциклопедияһы”ның эшмәкәрлек һәм үҫеш йылдарын Уйылдан Сәйетовтың исеменән тыш ҡарау һәм баһалау мөмкин түгел. Был өлкәлә 1992 йылдың февралендә, Башҡортостан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының башҡорт энциклопедияһы бүлегендә, йәғни айырым учреждение төҙөлмәҫ элек үк эш башлай ул. Артабан “Башҡорт энциклопедияһы”н ойоштороу барышында Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркмәнстан һәм башҡа республикаларҙың эш тәжрибәһен өйрәнергә тура килә Уйылдан Ғилман улына.
– Энциклопедия сығарыу – бик үҙенсәлекле хеҙмәт. Ҡыҫҡа ғына итеп әҙерләнгән яҙма күп тапҡырҙар тикшерелә, төҙәтмәләр индерелә, бер нисә кешенең ҡулынан үтә. Һәр мәҡәләне әҙерләүҙең, хатта һүҙҙәрҙе, терминдарҙы яҙыуҙың, ҡыҫҡартыуҙың үҙ талабы, ҡыҫаһы бар, шуларҙан сығырға ярамай. Мәҫәлән, йылғаларҙы алһаҡ, уларҙың барыһын да индерә алмайбыҙ. Бында билдәле бер оҙонлоҡ сик итеп алына, шунан ҙурыраҡтары ғына энциклопедияға индерелә. Ауыл, күл, тау һәм башҡаларға ҡағылышлы ла һайлап алыу талаптары бар, – тип беҙҙе аҙ ғына булһа ла эш нескәлектәре менән таныштырҙы энциклопедия ветераны.
Уйылдан Ғилман улына баш мөхәррирҙең беренсе урынбаҫары, артабан директор, генераль директор, 2008 йылдан алып бер үк ваҡытта төбәк энциклопедистика проблемалары буйынса фәнни‑тикшеренеү үҙәге етәксеһе булараҡ, учреждениеның эшмәкәрлеген ойоштороу, уны аяҡҡа баҫтырыу, республика һәм ил күләмендә танытыу өсөн байтаҡ көс түгергә, ваҡыт менән иҫәпләшмәй эшләргә тура килә. 1995 – 1997 йылдарҙа республиканың мәҙәниәт министры булып эшләгән осоронан тыш, өс тиҫтә йылға яҡын “Башҡорт энциклопедияһы”н уңышлы етәкләгән, уны яңы эшмәкәрлек баҫҡыстарына күтәргән етәксе булып таныла ул.
Философия фәндәре кандидаты булыу менән бер рәттән, Уйылдан Ғилман улы – Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты, “Почёт Билдәһе”, “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордендары кавалеры. “Башҡорт энциклопедияһы” ветераны бөгөн дә сафта, ул ғилми етәксе булараҡ эшмәкәрлеген дауам итә, ошо өлкәлә туплаған бай тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша.
Был эш төплө белем, ныҡлы иғтибар талап итә
Һәр хеҙмәттең нигеҙендә ябай кешеләрҙең көндәлек эшмәкәрлеге, тырышлығы ята. Икһеҙ-сикһеҙ мәғлүмәт донъяһынан иң кәрәклеһен һөҙөп алып, уны фәнни, документаль йәһәттән дөрөҫләп, ҡырҡ тапҡыр тигәндәй тикшереп мәҡәләләр яҙған, һәр береһе үҙ өлкәһе буйынса һөнәр оҫтаһы булып танылған хеҙмәткәрҙәр эшләй “Башҡорт энциклопедияһы”нда.
Директорҙың урынбаҫары Рания Хәсәнова – Ҡурған өлкәһе ҡыҙы. 2005 йылда бүлек мөхәррире булып эш башлаған Рания Хәкимйән ҡыҙына биш йыл элек әлеге вазифаны ышанып тапшыралар.
– Миңә, Башҡортостандан ситтә тыуып үҫкән кешегә, “Башҡорт энциклопедияһы”нда эшләү – ниндәйҙер кимәлдә яҙмыш бүләгелер ул тип һанайым. Бында халҡымдың тарихы, бөгөнгөһө менән таныштым, мәҙәниәтен, сәнғәтен, әҙәбиәтен өйрәндем, милли үҙаңым үҫте һәм нығынды. Тап ошонда үҙемдең ни тиклем бай тарихлы, көслө тамырлы халыҡ вәкиле булыуымды нығыраҡ аңланым. Баштараҡ хатта башҡортса телмәрҙе аңлау ҙа ауырыраҡ ине. Энциклопедия эшендә Уйылдан Ғилман улын үҙемдең уҡытыусым тип һанайым, ул мине күп нәмәгә өйрәтте, – ти Рания Хәкимйән ҡыҙы.
Энциклопедия һәм фәнни баҫмалар бүлеге үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәрҙе берләштерә. Бүлекте йәш, төплө белемле мөдир Булат Нәзир улы Латипов етәкләй. Ғилми мөхәррирҙәр Айгөл Зыял ҡыҙы Ҡорбанова, Эльмира Ринат ҡыҙы Зәйнуллина, Гөлназ Урал ҡыҙы Кәбирова, Рәүил Рафаэль улы Фазылов, Александр Алексеевич Сухогузов, Альбина Ғиләжетдин ҡыҙы Меньжукова, Зәлиә Ергиз ҡыҙы Ҡылысова – һәр береһе үҙ бурысын ҙур яуаплылыҡ, фиҙакәрлек менән башҡарған һөнәрмәндәр. Улар араһында бер нисә тиҫтә йыл ошо өлкәгә тоғролоҡ һаҡлаған хеҙмәткәрҙәр ҙә бихисап. Производство-техник бүлектең эшен алып барған Әминә Ғәфүр ҡыҙы Зарипова, баш бухгалтер Әлиә Рәүеф ҡыҙы Фазылова, әйҙәүсе иҡтисадсы Шәүрә Реанс ҡыҙы Аҡсулпанова, секретарь Ирина Владимировна Әхмәтшина хаҡында ла маҡтау һүҙҙәре генә әйтеп була.
Беҙҙе коллектив менән яҡындан таныштырып, һәр хеҙмәттәше хаҡында матур ҡылыҡһырлама биреп, энциклопедия, һүҙлек-белешмә әҙәбиәтенең нисек донъя күреүе, ниндәй шарттарҙа әҙерләнеүе хаҡында ихлас һөйләгән Гөлдәр Әхмәҙи ҡыҙы Ишкинина ла – “Башҡорт энциклопедияһы”нда оҙаҡ йылдар эшләгән хөрмәтле хеҙмәткәр. Бөгөн ул фәнни-мәғлүмәт бүлеген етәкләй.
– Әле башҡарған хеҙмәт бурыстарымдың төп йүнәлештәренең береһе – сайтты, социаль селтәрҙәге төркөмдәрҙе, рубрикаларҙы тейешле кимәлдә алып барыу. Мәҫәлән, “Бәйләнештә” селтәрендә “Башҡортостан энциклопедияһы биттәре буйлап” тигән рубрикабыҙ бар. Илдә, республикала барған мөһим ваҡиғалар, календарҙағы юбилей даталары һәм иҫтәлекле көндәр ҙә сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙә сағылыш таба. Шулай уҡ ойошманың эшмәкәрлеген киңерәк танытыу, халыҡ иғтибарына еткереү ҙә – мөһим бурыс, – тип билдәләне Гөлдәр Әхмәҙи ҡыҙы. 2003 йылда “Башҡорт энциклопедияһы”на эшкә килгән Гөлдәр Ишкинина быға тиклем оҙаҡ йылдар мәҙәниәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләгән.
Коллективтағы байтаҡ хеҙмәткәрҙәрҙең намыҫлы хеҙмәте республика, дәүләт наградалары менән билдәләнгән. Өс тиҫтә йыл дауамында матур традицияларға нигеҙ һалынған. Мәҫәлән, йыл һайын Башҡортостандың иҫтәлекле урындарына барыуҙы, улар менән яҡындан танышыуҙы маҡсат итеп алғандар. Бындай саралар коллективты берләштерә, тыуған төйәгебеҙҙе нығыраҡ танып белергә ярҙам итә, ти етәкселек.
Алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып
2022 йылдың октябренән “Башҡорт энциклопедияһы” фән учреждениеһын йәш, алдынғы ҡарашлы директор Илгиз Замфир улы Солтанморатов етәкләй. Башҡортостан Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институтында, Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәгендә эшләп, ярайһы уҡ тәжрибә туплаған, шулай уҡ социология фәндәре кандидаты булараҡ үҙен танытҡан йәш ғалимға энциклопедия эшмәкәрлеге лә сит түгел. Илгиз Замфир улы, коллективтың хеҙмәт күрһәткестәренә юғары баһа биреп, киләсәктә лә эштәрҙе эҙмә-эҙлекле дауам итеү тураһында әйтте, алға ҡуйылған бурыстарға, маҡсат-ниәттәргә туҡталды.
– Республиканың ҡала һәм райондары менән хеҙмәттәшлекте дауам итәбеҙ. Әлеге ваҡытта Салауат районының энциклопедияһын сығарыу тураһында һөйләшеү алып барыла. Шулай уҡ баш ҡалабыҙ Өфөнөң үҙ энциклопедияһы булырға тейеш тигән ҡараштабыҙ, – тип билдәләне директор. – Шулай уҡ тағы бер ҙур әһәмиәткә эйә ниәтебеҙ хаҡында әйтеп үтергә теләйем, ул да булһа – тәржемә һәм топонимика бүлеген булдырыу. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары булып эшләгәнендә Азат Шамил улы Бадранов та әйткәйне. Бының өсөн беҙҙә нигеҙ бар: тәжрибәле филологтар, белгестәр эшләй. Был бик кәрәкле башланғыс тип һанайым, сөнки ер-һыу атамаларында, айырыуса уларҙы тәржемә иткәндә бик күп хаталарға юл ҡуйыла. Шуға күрә был эште фәнни йәһәттән нигеҙле итеп алып барыу шарт.
2020 йылдан “Башҡортостан” төбәк интерактив энциклопедия порталы уңышлы эшләп килә. Унда рус һәм башҡорт телдәрендәге ете томлыҡ энциклопедиялағы, башҡа баҫмаларҙағы, монографияларҙағы барлыҡ мәғлүмәт индерелгән, бөгөнгө көндә 45 меңдән ашыу мәҡәлә тупланған. Әлбиттә, тормоштағы ваҡиғаларға, яңылыҡтарға бәйле уларҙы даими рәүештә яңыртып, тулыландырып, йәғни актуалләштереп торалар. Был портал менән ҡулланыусылар һаны ай һайын арта бара. Бында тупланған мәғлүмәт менән донъяның төрлө илдәрендә, ҡитғаларында йәшәүселәр теләп файҙалана.
“Башҡорт энциклопедияһы”ның эшмәкәрлеге башҡа төбәктәрҙең һәм яҡын сит илдәрҙең ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Уларҙың тәжрибәһен өйрәнеүселәр араһында Молдова, Төркмәнстан, Рәсәйҙең Карелия, Коми, Удмурт, Чечня, Саха (Яҡутстан) кеүек төбәктәре бар. Фән учреждениеһының ҡаҙаныштары һәм уңыштары ла тос. Бында нәшерләнгән ете баҫма Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстарҙа еңеү яулаған. “Башҡорт энциклопедияһы” хаҡлы рәүештә ил күләмендә иң алдынғыларҙан һанала, тип әйтеп үттек. Бының нигеҙендә берҙәм, эшлекле коллективтың һәм учреждение Советы составына ингән ғилми консультанттарҙың етди һәм төплө хеҙмәте ята. Улар араһынан исемдәре барыбыҙға ла билдәле ғалимдарҙы – Зиннур Ураҡсин, Марат Илһамов, Рәғип Ғимаев, Ғиниәтулла Ҡунафин, Гөлшат Хөсәйенова, Фәнил Фәйзуллин, Марат Аҙнабаев, Роза Буканова, Гөлназ Галина, Венер Сәмиғуллин, Валентина Сорокина, Инбер Япаров, Марат Миһранов һәм башҡаларҙы билдәләргә мөмкин.
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА