Башҡорт сәхнәһендә яңынан-яңы күп исемдәр асылып тора. Ләкин ваҡыт үтеү менән уларҙың күптәренең ижады һүрелә, исемдәре лә онотола. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәил Өмөтбаевтың исеме иһә һәр быуын вәкиленә лә яҡшы таныш. Уның ижадын йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә яратып тыңлай. Уның “Яратам” тип аталған шоу-программаға әҙерләнеүенән файҙаланып әңгәмә ойошторҙоҡ.
– Йырсы булыу бала саҡтан хыялланған һөнәрме? Ғаиләгеҙҙә йыр-моңға һәләтле кешеләр бармы?
– Йыр-моңға бай яҡ Баймаҡ районынанмын. Аҡморон ауылында тыуып үҫтем. Бала саҡтан хыялланған һөнәрем йырсы булыу ине. Сәхнә, музыка, тамашасылар һәр ваҡыт үҙенә арбаны. Был хыялыма тоғро ҡалып, бөгөн дә музыка менән бергәмен. Атай-әсәйем дә һәүәҫкәр артистар, тип әйтергә мөмкин. Атайым гармунда уйнай, әсәйем йырлай. Районда үткән мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Кәләшем Гөлшат менән Артур һәм Асҡар исемле ике ул үҫтерәбеҙ. Гөлшат һөнәре буйынса психолог. Артур улым менән бергә йырлаған “Өләсәй” йырына клибыбыҙ бар. Асҡар улым да ижадымды ярата. Бигерәк тә машинаға ултырғас, “Ал сәскәләр бүләк итәм” йырын ҡуйыуҙы ҡабат-ҡабат һорай.
– Сәнғәттә ижад миҙгеле тигән төшөнсә бар. Һеҙ нисә йыл сәхнәлә? Яңы сәхнәгә баҫҡан Рәил менән бөгөнгөһө айырыламы?
– Ун биш йыл тирәһе сәхнәләмен. Тәүге аҙымдарым “Йәшлек шоу” проектынан башланды. Был проект йәш йырсылар өсөн ҙур сәхнәгә аяҡ баҫыуҙа баҫҡыс була торғайны. Әгәр ҙә шул конкурсты үтеп, ҡатнашһаң, тимәк, һин йәш, өмөтлө йырсы.
Яңы сәхнәгә баҫҡан менән бөгөнгө көндә айырма бар, әлбиттә. Элекке Рәил Өмөтбаев менән бөгөнгө Рәил Өмөтбаев араһында ваҡыт менән килгән тәрбиә, тәжрибә ята. Беренсе сығыштарым күберәк йәштәргә ижад ителә ине. Бөгөнгө көндә йәштәргә генә түгел, урта быуын йәшендәгеләргә, өлкән быуынға ла ижад итергә тырышам. Заманса йырҙарҙы ололар ҙа тыңлайҙар. Иң мөһиме – йырҙың мәғәнәһе, көйө матур булырға тейеш. Һүҙҙәр еңел, халыҡсан, ҡолаҡҡа ятышлы булһа, кеше күңеленә үтеп инә.
– Һуңғы ваҡытта ғына “Тулған ай”, “Һин ҡалдырма”, “Аҡ сәскәләр”, “Йөрәккәйем” тигән йырҙарҙың премьераһы булды. Йырҙар еңел ижад ителәме?
– Йырҙарҙы күбеһенсә үҙем ижад итәм. Аранжировкаһын да үҙем яҙам. Һүҙҙәрен шағирҙар яҙып бирә. Ниндәйҙер тема тураһында һүҙ яҙып бирегеҙ тип мөрәжәғәт итһәң, яҙып бирәләр. Шул һүҙҙәргә көй ижад итәһең. Ғөмүмән, минең яңы йырҙарым концертҡа әҙерлек хаҡында һөйләй.
– Һеҙ яңы концерт программаһы әҙерләп йөрөйһөгөҙ. Алдағыларынан нимәһе менән айырыла? Ниндәй яңылыҡтар көтөлә?
– Яңы йырҙар, яңы программа, яҡтылыҡ шоуы көтөлә. Бейеүҙәр өйрәндек. Февраль, март айҙарында гастролдәр үтәсәк. Бөтә райондар, ҡалалар буйлап дауам итәсәк. Барлыҡ тамашасыларҙы көтөп ҡалабыҙ.
Сифатлы ҡорамалдар, Рәмзил Ниғмәтуллин алып барған уйын-көлкөгә ҡоролған шоу-тамаша барыһына ла хуш килер тип уйлайым. Бөтәһен дә һөйләй алмайым. Йылдан-йыл концерттарыбыҙҙың сифатын күтәрергә тырышабыҙ. Үткән йылдағы концерттарға халыҡ ихлас, әүҙем йөрөнө. Дәррәү алҡыштар менән йылы ҡаршы алып, оҙатып ҡалдылар. Быйыл да юғары кимәлдә үтер тигән ышаныста ҡалам.
– Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ!
- Рүзилә ИҪӘНБАЕВА