3 февралдә Йәрмәкәй районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Йәрмәкәй ауылының Еңеү паркында булды.
Биләмәлә тарихи-патриотик объекттар һәм монументтар күп. 2011 йылда бында МиГ-21 самолеты, бер йылдан яугир-интернационалистарға һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға һәйкәл ҡуйыла. 2012 йылда Йәрмәкәй ауылына Волгоградтан Мамаев ҡурғанды һаҡлаусыларҙың ҡаны һеңгән тупраҡ алып килгәндәр. Еңеү көнөндә Советтар Союзы Геройҙары мемориалында ер менән капсула һалынған.
Район хакимиәте башлығы Илшат Райманов һөйләүенсә, Йәрмәкәй халҡы ата-бабаларын хөрмәтләп иҫкә ала һәм уларҙың ҡаһарманлығын онотмай.
2013 йылдың октябрендә район ветерандар советы башланғысы менән 1812 йылғы Ватан һуғышы геройҙарына һәйкәл асыла. Ә 2016 йылдың авгусында Еңеү паркында – Чернобыль АЭС-ы ликвидаторҙарына һәйкәл ҡуйыла.
2017 йылда сик буйы ғәскәрҙәре ветераны Илвир Ғабдуллин инициативаһы буйынса паркта СССР һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт гербтары менән сик буйы билдәһенең күсермәһен ҡуйҙылар. Ә 2021 йылда – бөтә быуын яугир-десантсыларына арналған стела.
Бынан тыш, Еңеү паркы биләмәһендә бер нисә хәрби һәм тарихи техника урынлаштырылды.
Тап ошондай мемориаль комплекстар йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай, яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтарын халыҡ хәтерендә һаҡлай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
***
Республика Башлығы шулай уҡ Еңеү паркы янында урынлашҡан Йәрмәкәй тарихи-крайҙы өйрәнеү музейының экспозицияһы менән танышты. Элек ул Алтынтау тауындағы элекке поликлиникала урынлашҡан, әммә 1991 йылда янғын бинаны юҡҡа сығарған. Яңы музей 1996 йылда ғына төҙөлгән.
Учреждение директоры Фәйрүзә Әхмәтйәнова һөйләүенсә, музейҙа – биш экспозиция залы: «Документтарҙа райондың тарихы һәм үҫеше», «Башҡортостан халыҡтарының этнографияһы», «Тәбиғәт һәм хайуандар донъяһы», «Ауыл хужалығы», «Бөйөк Ватан һуғышы; район предприятиелары, учреждениелары, ойошмалары тарихы». Бында бөтәһе 1 700-ҙән ашыу предмет һаҡлана, айырыуса этнографик материалдар киң тәҡдим ителә. Учреждениеның ғорурлығы - ХХ быуат башындағы туҡыу станогы һәм келәмдәр коллекцияһы.
-Быйыл беҙ Сталинград һуғышының 80 йыллығына арналған ҙур булмаған панорамалы экспозиция булдырҙыҡ. Бында Башҡортостандан генерал Иван Андреевич Ласкин тураһында айырым стенд та бар. Тап ул 1943 йыл башында Гитлер командованиеһы менән Сталинград янында немец ғәскәрҙәренең капитуляцияһы тураһында һөйләшеүҙәр алып бара һәм фельдмаршал Фридрих Паулюсты әсирлеккә ала, - тип һөйләне музей директоры.
Башҡортостан Башлығы күренекле совет хәрби етәксеһенең ауыр яҙмышын билдәләне.
- Уның тормошонда ғәҙелһеҙ ғәйепләүҙәр, ҡулға алыуҙар булды. Әммә ул үҙ хәҡиҡәте өсөн көрәшә һәм тулыһынса аҡлана. Бына шундай легендар яҡташтарыбыҙ. Хәтерләйбеҙ, ғорурланабыҙ һәм баш эйәбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Тағы ла бер экспозиция Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған. Музейға Йәрмәкәй һәм райондың башҡа ауылдары уҡыусылары даими килә.
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/161518.html