

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, онотолған шәхестәребеҙҙең исемдәрен ҡайтарырға, уларҙың яҡты иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтергә кәрәк, ә беҙҙең ғорурланырлыҡ, улар башҡарған бөйөк эштәр тураһында замандаштарыбыҙға һәм балаларыбыҙға һөйләй торған шәхестәребеҙ күп, тигән фекер белдергәйне. Ул исемлектә танылған совет дипломаты, СССР менән ғәрәп илдәре араһында бәйләнеш урынлаштырыуға, ике ил араһындағы яҡшы мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә һәм нығытыуға ҙур көс һалған бөйөк шәхес Кәрим Хәкимов та бар.
Башҡортостан Башлығы инициативаһы менән данлыҡлы, бөтә илгә танылған яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимовҡа арналған “Ҡыҙыл паша” спектакле 40 йыл үткәс - йәнә сәхнәлә! Иң тәүгеләрҙән булып спектаклде уҙған йылдың 16 декабрендә Кәрим Хәкимовтың яҡташтары - Бишбүләк халҡы ҡараһа, 3 февралдә Өфөлә премьера күрһәтелде. Бөгөнгө көндә ҡуйылған сәхнә әҫәренең нигеҙендә лә Нәжиб Асанбаев пьесаһы алынған, әлеге вариантта әҫәр яңы текстар менән тулыланды, яңы образдар, күренештәр инде. Геройҙарҙың исемдәре аныҡланды, Кәрим Хәкимовтың бала саҡ, үҫмер йылдары һәм иле өсөн башҡарған эштәре тураһында мәғлүмәттәр өҫтәлде.
Спектаклде сәхнәгә театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов сығарҙы, инсценировканы улар Динара Ҡәйүмова менән берлектә эшләгән. Ҡуйыусы-рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы – Рәмис Хәкимов, рәссам-яҡтыртыусы – Илшат Сәйәхов, видеограф – Руслан Юлтаев, пластик хәрәкәттәр – Алина Мостаева. Кәрим Хәкимов ролен - Азат Вәлитов, йәш Кәримде – Линар Бәитов, уның әсәһен Гөлназ Хайсарова башҡарҙылар. Ғәрәп Имаматы короле ролен – Хөрмәтулла Үтәшев, уның улы принц Фейсалды Руслан Хайсаров, Кәрим Хәкимовтың ҡатыны ролен - Илгизә Ғилманова, йәш Хәҙисәне Сабина Кирәева, Солтан ролен Артур Кәбиров, Вераны - Әлфирә Заһиҙуллина, Лоуренс Аравийскийҙы – Артур Ҡунаҡбаев, Ғүмәрҙе - Фәнис Рәхмәтов, Әбүбәкерҙе Морат Рафиҡов, Ленин һәм сауҙагәр Насир ролдәрен Руслан Ғәлимов, Чичерин ролен Айҙар Шәмсетдинов уйнанылар. Күмәк сәхнәләрҙә - Зиләрә Юлтаева, Лилиә Сәғитова, Айым Сөләймәнова, Гүзәл Хәсәнова, Урал Әминев, Айнур Ғәбитов, Юнир Ҡоланбаев, Таң Хөсәйенов.
Бөгөнгө премьераны сәхнәгә ҡырҡ йыл элек “Ҡыҙыл паша”ны сығарған Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Әхтәм Абушахманов, яҙыусылар, журналистар, Хөкүмәт етәкселәре, киң йәмәғәтселек, Кәрим Хәкимовтың туғандары һәм яҡындары ҡараны. Шулай уҡ премьераға Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов етәкселегендә делегация килде, театр фойеһында Кәрим Хәкимов музейы алып килгән күргәҙмә ҡуйылды.
Спектаклгә килгән тамашасылар, Кәрим Хәкимовты беҙ өр-яңынан астыҡ, уның үҙенсәлекле тормош юлын байҡаныҡ, бәләкәй генә ауылдан сығып донъяла дан ҡаҙанған яҡташыбыҙ менән ғорурланып ҡарап ултырҙыҡ, тигән фекерҙәрен белдерҙе. Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Михайловна Лапшина коллективты премьера менән ҡотлап, рәхмәт белдерҙе. “Сәхнә биҙәлеше лә, костюмдар ҙа, артистарҙың уйыны ла – барыһы ла шул тиклем ныҡ тәрән тәьҫир итә. Бик ҙур эш башҡарғанһығыҙ, спектакль оҙон ғүмерле булһын!” – тине ул.
Совет Республикаһы менән ғәрәп-фарсы донъяһы араһында үҙ-ара мөнәсәбәт урынлаштырыуға тос өлөш индергән данлыҡлы яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимов тураһындағы спектакль уның исемен халыҡ араһында киңерәк яҡтыртыуҙа һәм танытыуҙа ҙур өлөш уйнар һәм сәхнә әҫәре лә репертуарҙа үҙ урынын табыр, тип ышанабыҙ.
Динара Ҡәйүмова, театрҙың баш мөхәррире.
Роман Шумнов фотолары.