Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Февраль 2023, 21:30

Уның йырҙарында бер нисә быуын үҫте

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына -105 йыл

Уның йырҙарында бер нисә быуын үҫте
Уның йырҙарында бер нисә быуын үҫте

Бөгөн яугир шағир, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуған көнө. Билдәле шағирҙың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған тантаналы саралар уҙған йома көндө уның тыуған ере Дүртөйлө районында үтте.

Был сараларҙа шағирҙың яҡташы - Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Радик Динәхмәтов ҡатнашты. Ул  Назар Нәжмиҙең һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы шағирҙың һәйкәле, район үҙәк китапханаһында уҙған шиғриәт фестиваль-конкурсында, Назар Нәжми исемендәге Башҡорт гимназияһында, район мәҙәниәт йортондағы тантаналы сарала башҡарҙы.

Назар Нәжмиҙең һүҙҙәренә бик күп йырҙар ижад ителгән, уларҙың күпттәре хит булып, йылдар дауамында сәхнәнән төшмәй. Улар араһында - "Өфө йүкәләре”, “Һинһеҙ йәшәү мөмкин түгел”, “Һиңә тағы мин бер киләм әле”, “Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер”, “Һин ғүмер ағыштарым” ("Ҡышҡы романс"), “Һиңә барам”,  “Ағастар”.

Шағир Дүртөйлө районының Миңеште ауылында тыуған. Был ауыл Ағиҙел йылғаһының текә ярында урынлашҡан, шуға ла ул Башҡортостандағы иң ҙур йылғаға арнап бик күп шиғырҙар яҙған. Улар иһә йырҙар булып беҙҙең тормошобоҙға килеп инде – “Ағиҙелдә аҡ томан”, “Ағиҙел аша”.

Рәмилә Мусина фотоһы.

 

Уның йырҙарында бер нисә быуын үҫте
Уның йырҙарында бер нисә быуын үҫте
Уның йырҙарында бер нисә быуын үҫте
Уның йырҙарында бер нисә быуын үҫте
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: