Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Февраль 2023, 22:00

"Һеҙ миңә атай ҙа, әсәй ҙә түгел!.."

Ете йәшенән ҡарап үҫтергән ҡыҙыбыҙ бер көндө ниндәйҙер машинала килеп төштө лә, аяғын да сисмәҫтән өйгә инеп: "Ҡайҙа бирегеҙ әле минең аҡсаны. Бөгөндән мин айырым йәшәйем", - тип хәбәр һалмаһынмы! Барыбыҙ ҙа - үҙем дә, ирем дә, балалар ҙа һүҙһеҙ ҡатып ҡалдыҡ.

"Һеҙ миңә атай ҙа, әсәй ҙә түгел!.."
"Һеҙ миңә атай ҙа, әсәй ҙә түгел!.."

Был ҡыҙ бала беҙҙең ғаиләгә ете йәшендә килеп эләкте. Эләкте тип, тормош үҙе шулай мәжбүр итте инде. Иремдең бер туған һеңлеһенең ҡыҙы ул. Ата-әсәһе автомобиль аварияһына тарып, бер юлы һәләк булып, барыбыҙҙы ла ауыр ҡайғыларға һалған көн бөгөнгөләй иҫтә. Бәләкәй ҡыҙсыҡтары шул мәлдән үкһеҙ етем торҙо ла ҡалды. Береһендә лә баланы ҡайҙа ҡуйырға тигән һорау тыуманы: туғандар ошондай ауыр саҡта кәрәк, бер-береһенә терәк булырға тейеш. Бер һүҙһеҙ үҙебеҙгә алып ҡайттыҡ, уны ҡыҙлыҡҡа алыу тураһында документтарҙы йәһәтләнек.

Үҙебеҙҙең дә бер-бер артлы тыуған өс малайыбыҙ үҫеп килә ғаиләлә. Уларҙың тәртип-йәшәйеше бер ҡалыпҡа һалынған инде: артыҡ иркәләтмәйбеҙ, барлыҡ йорт һәм ихата эштәрендә ҡатнаштырып өйрәткәнбеҙ. Иртән бер үк ваҡытта уянып, урын-ерҙәрен йыйыштырып, кемеһе тамаҡҡа әҙерләшә, кемеһе тышта атаһына ярҙамлашып өлгөрә.

Наиләнең ғаиләгә килеүе көнкүрешкә ҙур үҙгәрештәр индермәһә лә, ҡыҙ бала менән тәүҙә нисек булырға белеп булманы. Урынын йыйыштырмаһа ла, сәсен йыймаһа ла, башҡа йомоштарҙы ҡолаҡ эргәһенән үткәрһә лә, артыҡ иғтибар итмәҫкә, ваҡ-төйәк менән мәшәҡәтләмәҫкә, киреһенсә, төрлөсә күңелен күтәрергә, ҡайғыһын онотторорға тырышып торҙоҡ. Минән бигерәк ирем, йомшаҡ күңелле, бала йәнле изге бәндә, туғанын иркәләтеп, һәр саҡ бар теләген үтәргә әҙер булды.

Бер бөртөк ҡыҙ тип, Наиләне яратып, хәстәрлек менән солғап, күңелен яман һүҙҙән аяп ҡына үҫтерергә тырыштыҡ шулай. Сәскә кеүек кейендерҙек, шаштырмайым, улдарыбыҙҙан тәмлерәк ашаттыҡ. Малайҙар: "Ә ниңә уны шулай айырып ҡарайһығыҙ?" - тип бер генә тапҡыр һорау бирмәгәндер. Бер һөйләшеү әле лә хәтеремдә: "Ниңә уға шулай ярай ҙа беҙгә ярамай?" - тип телләшергә маташты кесе улым. "Беренсенән, ул ҡыҙ кеше, икенсенән..." - тинем дә туҡтап ҡалдым. "Икенсенән, ул - етем!" - тип һүҙҙе Наилә үҙе ҡырт өҙҙө лә тышҡа атылып сығып китте. Ғаиләлә талап бөтәһенә бер иш, бер тиң булырға тейештер - был хаҡта һуңынан уйландым , ә ул саҡта Наиләне йыуатырға тип артынан йүгерҙем...

Өйҙәге эштәрҙә ярҙам итмәһә лә, ҡыҙыбыҙ мәктәптә яҡшы уҡыны, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Хәтере ныҡ яҡшы булғанлыҡтан, шиғыр-поэмаларҙы тиҙ генә отоп алып, сәхнәләрҙә илатырлыҡ итеп һөйләне, бейеү менән концерттарҙа ҡатнашыуҙан туҡтаманы. Һәләттәрен күреп, уны үҫтерер өсөн төрлө ярыш-конкурстарға алып йөрөмәгән ер ҡалманы тиһәң дә, һис арттырыу түгел. Баш ҡалаға ғына - ә ул яҡын ара түгел - биш-алты тапҡыр барып ҡайтҡанбыҙҙыр. Ана, стенала уға бирелгән Маҡтау, Рәхмәт ҡағыҙҙарының, дипломдарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Ә был ваҡытта беҙ сәфәр ҡылғанда улдарыбыҙ үҙаллы донъя көттө, үҙ йүндәрен үҙҙәре күрҙе.

Ҡул эштәренә лә, өләсәһе мәрхүмәгә оҡшап, оҫта: нимәгә тотонһа, шуны гөл итә Наилә. Һәләтле матур ҡыҙҙың етешһеҙлеге лә бар: бер ниндәй тәнҡит һүҙен ҡабул итә алмай ул. Шулай мәктәптәге уңыштары менән һөйөндөрөп, ҡайһы берҙә өйҙә малайҙар менән һүҙ көрәштереп көйөндөрөп, уның бәлиғ булыр ваҡыты ла яҡынлашты. Киләсәктә кем булыры, ҡайҙа уҡырға инере тураһында әңгәмәләр йышайҙы. Һөйләшә торғас, бер фекергә киленде: ул медицина колледжына бара.

Бына имтихандар башланды. Һәр бер фән буйынса уның менән бергә әҙерләнеп, бергә яндыҡ-көйҙөк, йөрәкте уста тотоп һөҙөмтәһен көттөк. Ниһайәт, аттестат алыр көн дә етте: Берҙәм дәүләт имтихан балдары ныҡ яҡшы уҡ түгел, шулай ҙа насарҙан да булманы. Сағыу, иҫтәлекле итеп сығарылыш кисәһе лә үткәреп ебәрелде. Матур күлдәктә аҡҡош кеүек өйөрөлгән ҡыҙыбыҙға ҡарап һөйөнөп бөтә алманыҡ.

4 август. Наиләнең тыуған көнө. Быйылғыһы шулай уҡ беҙҙе утҡа һалған көн дә булды ул... Матур, иҫтәлекле итеп билдәләрбеҙ тип табын хәстәрләп йөрөйөм. Иптәш ҡыҙҙары менән район үҙәгенә киткән ҡыҙым ҡайтыуға барыһы ла әҙер булһын, шартына тура килһен тип тырышам, ни тиһәң дә - 18 йәш, бәлиғ була ҡыҙ. Тик был көн шатлыҡ килтереү урынына аяҡтан йыҡҡыс хәбәр менән шаңҡытты.

Наилә ул көндө ниндәйҙер машинала килеп төштө лә, аяғын да сисмәҫтән өйгә инеп: "Ҡайҙа бирегеҙ әле минең аҡсаны. Бөгөндән мин айырым йәшәйем", - тип хәбәр һалмаһынмы! Барыбыҙ ҙа - үҙем дә, ирем дә, балалар ҙа һүҙһеҙ ҡатып ҡалдыҡ. Иҫһеҙ тора биргәс, нимәлер әйтергә теләп ауыҙымды асҡайным: "Юҡ, бер нәмә лә өндәшмәгеҙ. Мин был көндө саҡ көтөп алдым. Бер кис тә ҡала алмайым", - тип ауыҙҙы япты. Ауыр, бик ауыр булды шул саҡта, тип әйтеү генә хәлде ысынында аңлатып бирә алмаҫ. Һүҙһеҙ һәм автоматик рәүештә башҡа мөһим ҡағыҙҙар менән һаҡланған иҫәп картаһын (әйткәндәй, уның аҡсаһын тотонмай йыйып барыуымды Наилә белә ине) килтереп тотторҙом. "Ҡайҙа барырға уйлайһың? Ә уҡыуың?" - тип саҡ-саҡ тауышымды сығарып һорай алдым шулай ҙа. "Һеҙ миңә атай ҙа, әсәй ҙә түгел! Быны белеү һеҙгә мотлаҡтыр тип уйламайым!" Бәғер телер һүҙҙәрҙе өҙә-өҙә теҙҙе лә машинаға ултырып билдәһеҙлеккә табан китте лә барҙы...

Нисектер ярты йәнем һурылып, донъям ауҙарылып ятып ҡалғандай хис сорнаны. Уның шауҡымы оҙаҡҡа етте, байтаҡ шаңҡып, был ваҡиғаға ҡарата ниндәй баһа бирергә белмәй, үҙебеҙҙән ғәйеп эҙләп йөрөнөм әле. Ниңә был хәл килеп тыуҙы? Мин дә, ирем дә уны яратып, малайҙар яҡын апайҙары кеүек күреп торҙо түгелме һуң?! Бар күңелебеҙҙе һалып тәрбиәләп, оло тормошҡа ышаныслы баҫып торған кеше итеп баҫтырырбыҙ тип уйлай инем бит. Ә ул барыбер бүре балаһы кеүек ситләшеп ситкә ҡарап йөрөгән. Исем өсөн булһа ла рәхмәт әйтеп, матурлап сығып китһә лә, был тиклем ҡыйын булмаҫ ине. Юҡ, йыйған аҡса өсөн түгел, ә баланың (18-е тулһа ла, бала бит инде) яңылыш аҙымы, кире мөнәсәбәте, беҙҙең күңелде, уға арнаған ваҡытты, хеҙмәтте һанламағаны өсөн йән әрней.

Хәҙер, бер аҙ тынысланғас, күңел әрнеше йәш кешегә рәнйеш булып төшмәһен, мин уны ғәфү итәм, һау-сәләмәт, бәхетле булһын ҡыҙ бала, тип йыш-йыш үҙ алдыма ҡабатларға ғәҙәт итеп алғанмын. Йәш бит, иҫәр сағы, берәй ваҡыт аҡыл инер, тормош тураһында асыҡ зиһен менән уйланыр һәм барыбер дөрөҫ йүнәлеш алыр, тип ышанам.

Фото: pixabay.com
 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: