Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Февраль 2023, 23:30

Милли проект күрһәткестәре тулыһынса үтәлде

Радий Хәбиров федераль кәңәшмәлә ҡатнашты.

Милли проект күрһәткестәре тулыһынса үтәлде
Милли проект күрһәткестәре тулыһынса үтәлде

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса федераль кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова үткәрҙе. Ул тармаҡ эшенең өҫтөнлөктәрен һәм 2023 йылға төп бурыстарҙы билдәләне.

– Белеүегеҙсә, уҙған йыл еңел булманы, ләкин алдыбыҙға ҡуйған бөтә бурыстарҙы үтәнек. Төбәктәрҙең күбеһе 2022 йылға планлаштырылған һөҙөмтәләргә өлгәште, – тине Татьяна Голикова.

Башҡортостан 2022 йыл йомғаҡтары буйынса “Мәҙәниәт” милли проекты күрһәткестәрен тулыһынса үтәне. Атап әйткәндә, төбәктә 27 мәҙәниәт объекты реконструкцияланды һәм ремонтланды. Был маҡсатҡа республика бюджетынан бер миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде.

Бынан тыш, тармаҡҡа федераль бюджеттан рекордлы аҡса күләме – 750 миллион һум самаһы йәлеп ителде. Һөҙөмтәлә былтыр бер музейҙа һәм дүрт балалар сәнғәт мәктәбендә капиталь ремонт тамамланды, 1,5 мең бала уҡытыу шарттарын яҡшыртты. Йәнә 17 балалар сәнғәт мәктәбе 330 яңы музыка ҡоралы һәм 1,5 мең берәмек уҡыу ҡорамалы алды.

2023 йылда Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында капиталь ремонтты, ә 2024 йылда баш ҡала Ҡурсаҡ театрында реконструкцияны тамамлау күҙаллана.

Башҡортостан Башлығы кәңәшмәлә шулай уҡ тиҙ арала Өфө циркын реконструкциялау зарурлығын билдәләне. Мәғлүм булыуынса, төбәк етәксеһе был мәсьәләне быйыл ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа ла телгә алғайны.

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: glavarb.ru

Милли проект күрһәткестәре тулыһынса үтәлде
Милли проект күрһәткестәре тулыһынса үтәлде
Милли проект күрһәткестәре тулыһынса үтәлде
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: