Өфө "Нур" татар дәүләт театры актрисаһы Рида Фәхрисламова ошо көндәрҙә күркәм ғүмер байрамын билдәләне. Ошо айҡанлы ул тыуған яғына – Асҡын һәм Ҡариҙел райондарына матур тамаша менән гастролгә юллана. Э. Йәһүҙиндең пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән “Ҡойоп ҡуйған фәрештә” спектакле 8 февралдә – Асҡын, 9 февралдә Ҡариҙел районы мәҙәниәт йорттарында күрһәтелә.
Рида Фәхрисламова Асҡын районының Билгеш ауылында тыуып үҫеп, Ҡашҡа мәктәбен тамамлаған. Бөгөн ул – танылған сәхнә йондоҙо, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
- Ижади тормошомда һәр ваҡыт яҡташтарымдың оло һөйөүен, ихлас хәстәрен тойоп эшләйем. Тыуған районымдың етәкселеге Асҡындан сыҡҡан ижади шәхестәргә һәр ваҡыт иғтибарлы, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Яҡташтарым махсус автобус менән Өфөгә – мин уйнаған спектаклдәргә килгәне бар, тыуған төйәгемдә үткән иҫ киткес йылы осрашыуҙар, саралар күңелдә йылы хәтирә булып һаҡлана. Был юлы ла яҡташтарым янына оло кинәнес менән юлланам, - ти Рида Фәхресламова.
Беҙ уны күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлап, уңышлы сәфәр, матур осрашыуҙар теләйбеҙ!
Фотолар Р. Фәхресламованың шәхси архивынан.