Ейәнсура районы гәзиттәре (“Зианчуринские зори” һәм “Ейәнсура таңдары”) 90 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләне. Был юл бер нисә быуын гәзитселәрҙең таланты һәм фиҙакәр хеҙмәте менән лайыҡлы үтелгән.
Тотош район тарихы
Гәзит район тарихы, ошо төбәктә йәшәгән халыҡтың йәшәйеше менән тығыҙ бәйләнгән. 90 йыл эсендә ул меңдәрсә кеше яҙмышын, төрлө яңылыҡтарҙы һәм ауылдар тормошон сағылдырып, ысын мәғәнәһендә йылъяҙмаға әйләнде.
Район гәзите илебеҙҙәге ауыл хужалығын коллективлаштырыу осоронда, ҙур төҙөлөштәр барғанда, шулай уҡ кулак мөһөрө тағып ҡулға алыуҙар йылдарында, аслыҡ осоронда, ҡыҫҡаһы, 1932 йылда “Ударсы” исеме менән сыға башлаған. 1943 йылға тиклем ошо атама менән латин шрифтында һәм тик башҡорт телендә баҫылған. Ошо арауыҡта редакция коллективын Баһау Хөснөтдинов, Хөсни Хәйбуллин, Ҡолмөхәмәт Йәғәфәров һәм Рәҡип Фәхретдинов кеүек алдынғы ҡарашлы мөхәррирҙәр етәкләгән.
Һуғыш йылдарының ауырлыҡтарына ҡарамай, 1943 йылдан алып районда ике гәзит нәшер ителә башлаған. Башҡортсаһы – “Коммунизм өсөн” һәм рус телендәгеһе “Сталинец” тип аталған. Райондар бүленгәс, 1946 йылдың 16 сентябрендә иһә тәжрибәле журналист Карам Сафин мөхәррирлегендә “Сталинец” – “Сталинсы” гәзиттәренең тәүге һаны донъя күргән. Абҙан һәм Ейәнсура райондары ҡабаттан ҡушылғас (1956 йылдың 17 июне), район гәзите “Коммунизм өсөн” – “За коммунизм” тип аталған. Ә 1963 йылдан “Октябрь байрағы” – “Знамя Октября” тип исемләнгән. 1991 йылдың 1 ғинуарынан район гәзиттәре йәнә исемдәрен алмаштыра. “Ейәнсура таңдары” – “Зианчуринские зори” гәзиттәрен күптәр хәтерләйҙер. Шуныһы әһәмиәтле, 2006 йылдан “Ейәнсура таңдары” дубляж түгел, ә айырым баҫма булып донъя күрә башланы. Был, әлбиттә, ул осорҙағы башҡорт гәзите хеҙмәткәрҙәренең генә түгел, ә туған теле өсөн янып көйгән зыялыларҙың, урындағы ҡоролтайҙың уртаҡ хеҙмәт емеше.
Редакция эшмәкәрлеге – коллектив хеҙмәт. Гәзиттең һәр һаны хәбәрсе яҙған юлдарҙан башлана ла типографияла, баҫыу станогында тамамлана. Ә уға нәшер хеҙмәткәре, корректор, яуаплы секретарь һәм баш мөхәррирҙең күҙгә күренмәгән әллә күпме хеҙмәте һалынған. Яҙыу-һыҙыуға һәләтле яҡташтарыбыҙҙың, штаттан тыш хәбәрселәрҙең мәҡәләләре, шиғыр-хикәйәләр гәзитебеҙҙе тағы ла уҡымлыраҡ һәм йөкмәткелерәк итә.
Гәзиттең ғүмере бер көнлөк, алаһың да бер тынала уҡып сығаһың, тип әйтер кемдер. Был, әлбиттә, улай түгел. Күп ғаилә альбомдарында “районка”нан ҡырҡып алынған, ҡасандыр үҙҙәре, туғандары тураһында баҫылған мәҡәләләр, төрлө сараларҙан репортаждар, хатта тотош гәзит һандары бөгөн дә һаҡлана. Инде һарғайған ошо гәзит киҫәктәрен уҡыусыларыбыҙ ғүмер буйы һаҡлай, әленән-әле ҡулына алып, ҡабаттан уҡып сыға.
Редакция архивында ла тотош район тарихы һаҡлана. Әйҙәгеҙ, төрлө йылдарҙа сыҡҡан гәзиттәрҙе асып, төбәк тормошоноң үткәненә күҙ һалайыҡ.
“Ударсы”ла ниҙәр бар?
“Ударсы” гәзитенең 1938 йылдың 29 октябрҙә сыҡҡан һаны түбәндәгеләрҙе һөйләй.
“Бөйөк байрамды уңыштар менән ҡаршылау өсөн көрәшәбеҙ. “Кесе Һүрәм” колхозында (Бикбау ауыл советы) Бөйөк Октябрь социалистик революцияның 21 йыллығын ҙур уңыштар менән ҡаршылау өсөн социалистик ярыш йәйелдереп ебәрелде. Колхозсылар туңға һөрөү, дәүләткә иген тапшырыу пландарын тулыһынса үтәү, малдарҙы йылы торлаҡ менән тәьмин итеү һәм дәүләт алдындағы бүтән бурыстарҙы теүәлләп, бөйөк байрамды лайыҡлы ҡаршылау өсөн көрәшә.
Һабансылар, транспортсылар һәм төҙөлөш эшендә эшләүселәр ҙә хеҙмәт нормаларын арттырып үтәй. Колхозсылар аванс рәүешендә дәүләткә ит тапшыра. Ошо арала ғына 1939 йылда ит әҙерләү иҫәбенә дәүләткә 17 баш мал тапшырылды. Шулай уҡ 1938 йылға ҡарата булған аҡсалата бурыстарыбыҙҙы ла Октябрь байрамына тиклем түләп бөтөрәсәкбеҙ.
Клубҡа бик яҡшы ремонт үткәрҙек, хәҙер уны биҙәйбеҙ, байрам көнө унда үҙебеҙҙең колхоз йәштәре тарафынан спектакль ҡуйыласаҡ”.
МОРАТОВ.
“Коммунизм өсөн” гәзитенең 1957 йылдың 5 июлендә баҫылған һанынан өҙөк.
“Самолет оса районға... Ауыл ситендә, ҡалҡыулыҡ өҫтөндә стеналары ағартылған, күптәргә таныш бер йорт ултыра. Уның тирә-яғын колхоздың иген баҫыуҙары уратып алған, унан ваҡ ташлы тауҙар һуҙылып китә...
Иҫәнғол аэродромында һәр ваҡыт кеше – яңы пассажирҙар күп була. Берәүҙәр ҡаланан районға килә, икенселәр ауылдан ҡалаға бара. Һәр ҡайһыһының үҙ эше бар.
Ысынлап та, уңайлы һәм бик тиҙ йөрөй был һауа карабы. Иҫәнғолдан 300 километр алыҫлыҡта ятҡан Өфөлә ике сәғәттә булаһың. 110 километр иҫәпләнгән Иҫәнғол – Чкалов (хәҙер – Ырымбур ҡалаһы) араһын 35 минутта үтәһең. Күңелле лә һуң был көмөштәй ялтыраған самолетта осоуы! 600 метр бейеклектә осҡан самолеттан бөтәһен дә күрәһең: республикабыҙҙың диңгеҙ һымаҡ шаулап ятҡан киң ҡырҙарына, йәшел урмандарына һәм тауҙарына, көмөштәй саф һыулы киң йылғаларына һәм күлдәренә, тигеҙ матур урамлы ауылдарына, тау биттәрендә йөрөгән мал көтөүҙәренә һоҡланып үтәһең.
– Самолет килә, самолет! – ти пассажирҙарҙың береһе. Түҙемһеҙлек менән көткән кешеләр сумкаларын, сумаҙандарын тотоп, йорт алдына сыға. Аэродром коменданты ла аҙымдарын ҡыҙыулатып, майҙанға самолетты ҡаршыларға йүнәлә.
...Самолет Иҫәнғол өҫтөнән үтә, тауҙар эргәһенән боролоп, майҙанға табан түбәнәйгәндән-түбәнәйә. Күп тә үтмәй, самолет – майҙан эсендә, ул ҡанаттарын йәйгән ауыр ҡош һымаҡ, үләндәрҙе һыпырып, ер өҫтөнән йүгереп бара һәм билдәләнгән урынға килеп туҡтай...”
А. КАРМАЙ.
“Октябрь байрағы” гәзитенең 1969 йылдағы 16 октябрь һаны.
“Элек һәм хәҙер. Миңә, комсомол поручениеһын үтәп, 1930 йылдарҙа газета һәм журналдар таратырға тура килде. Ул саҡта ваҡытлы матбуғатты өс-дүрт йорт аша алдырҙылар, ҡайһы бер крәҫтиәндәр, уҡый белмәйбеҙ тип, ҙур ҡыйынлыҡ менән яҙылды. Һәм был, ысынлап та, шулай була торғайны.
Хәҙер ауылда тормош танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, эшсәндәрҙең һорауҙары, культура кимәле күтәрелде. Бөгөн почтальон һәр йортҡа 6-12-шәр дана газета-журнал килтерә. Беҙҙең Әсташ ауылында, мәҫәлән, Б. Йосопов – 9 дана, Исипков 12 дана ваҡытлы матбуғатҡа яҙылған, ә Басманов, Лысенков, Бикҡолов һәм башҡалар 27–35 һумлыҡ газета-журнал алдырасаҡ, ләкин уларҙың күптәре “За рубежом”, “За рулем”, “Вокруг света”, “Роман-газета” кеүек журналдарға өҫтәлмә яҙҙырыуҙы ла һорай”.
М. ЛУЧИНИН,
уҡытыусы, йәмәғәт башланғысында матбуғат таратыусы.
Байрам шәп үтте
Район үҙәге Иҫәнғолда гәзиттәрҙең юбилейы хөрмәтенә бай йөкмәткеле саралар үтте. Иртәнсәк “Салауат” физкультура-һауыҡтырыу комплексының спорт залында “Зианчуринские зори” гәзите призына Донбасста махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташыбыҙ өлкән лейтенант Алексей Кондратьев иҫтәлегенә баскетбол буйынса турнир булды. Алексей һәр ваҡыт яҡшы уҡыны һәм көслө спортсы ла ине. Ул үҙенең ихтыяр көсө арҡаһында күп уңыштарға өлгәшкән.
Уйындар бик көсөргәнешле барҙы, сөнки бәйгелә райондың иң көслө командалары ҡатнашты. Һөҙөмтәлә егеттәр араһында – Фәйзулла Солтанов исемендәге команда, ә ҡыҙҙар араһында Иҫәнғол ауылындағы 1-се мәктәп командаһы еңеү яуланы.
Редакция коллективы артабан герой иҫтәлегенә йыл һайын төрлө спорт ярыштары үткәрергә ҡарар итте.
Төштән һуң район мәҙәниәт йорто гөрләп торҙо. 90 йыл дауамында райондаштарға бар хәбәр-яңылыҡты еткереп торған, дөрөҫ юл күрһәткән кәңәшсе һәм серҙәш район гәзитенең юбилейы, ысын мәғәнәһендә, тотош Ейәнсура халҡы байрамына әүерелде. Әлеге тантаналы сараға Өфөнән мәртәбәле ҡунаҡтар – Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова, “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев, медиадиректор Айнар Байбулатов, “Республика мәғлүмәт үҙәге” директоры Айнур Дәүләтбәков, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, райондың ойошма-учреждение етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, бағыусылар, ғүмерен гәзит менән бәйләгән ветерандар, штаттан тыш хәбәрселәр һәм күп гәзит уҡыусылар килде.
Күңел талабын шөғөл иткәндәр
Район мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында ойошторолған күргәҙмәлә “Ейәнсура таңдары” гәзите үткәргән конкурс-флешмобтарҙа ҡатнашҡан мәҡәләләр геройҙары булған оҫта ҡуллы райондаштарҙың эштәре ҡуйылғайны. Ошонда уҡ юбилейға арнап мәктәптәр араһында үткәрелгән конкурсҡа килгән стена гәзиттәре менән дә танышырға була ине.
Ҡунаҡтар айырыуса Таҙларҙан Рәсүл Сарбаев төшөргән райондың билдәле шәхестәре портреттарын, балсыҡтан әүәләгән һыҙғыртҡыстарын, Күгәрсендән Сания Хөсәйенованың топиарийҙарын, Иҫәнғолдан Лира Мөхәмәтованың ташҡа уйып эшләгән һүрәттәрен, Тәнзилә Ноғоманованың гөлләмәләрен, магниттарын, Юнайҙан Клара Урманбәтова теккән беҙҙең ерлек ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемен, яһаған биҙәүестәрен, Үтәғолдан Фәүзиә Йосопованың кейеҙҙән эшләгән картиналарын ҡыҙыҡһынып ҡараны. Өмбәттән Гөлфирә Хәмиҙуллина һәм Абҙандан Илгизә Йылҡыбаеваның ҡатын-ҡыҙ милли биҙәүестәре, стилләштереп эшләнгән әйберҙәре, ғөмүмән, барыһына ла оҡшаны. Илгизә Вәлиәхмәт ҡыҙы менән Ҡарадигәндән Фәниә Теләүморатова әҙерләгән буҙаны ла ауыҙ иттеләр.
Күргәҙмәгә Саҙалы ауылынан Миләүшә Фәхретдинова – дебеттән бәйләгән мөйөштәрен, күкрәксәләрен, ойоҡбаш-бейәләйҙәрен, Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы Әлиә Ямғурова балалар менән һуҡҡан балаҫтарын, балаҫ һуғыу станогын алып килгәйне. Ағурҙа ауылында йәшәгән хаҡлы ялдағы цирк артисы, Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы Салауат Йәрмөхәмәтов үргән ҡамсы-сыбыртҡы, үҙе эшләгән уҡ, ян һәм эйәр күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Әйткәндәй, һәр оҫта ҡулдың күргәҙмәһендә гәзит биттәрендә уның тураһында баҫылған мәҡәлә лә урын алды.
Музей директоры Миҙхәт Аҫылбаев район гәзите тарихы тураһында яңы ғына сығарған китабын һәм альбомдар алып килгәйне. Әйтергә кәрәк, ул юбилейға ныҡлы әҙерләнгән, ҡасандыр типографияла, редакцияларҙа эшләп киткән ветерандар менән осрашыуҙар уҙғарғайны.
“Районка” – ул гәзит уҡыусыларҙың ышанысы
Артабан сара тамаша залында дауам итте. Ҡунаҡтарҙың сығыштары ҡотлауҙар һәм йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Дәмин Марат улы телмәрендә ике гәзит хеҙмәткәрҙәренең дә һәр ваҡыт хәл-ваҡиғалар уртаһында ҡайнауын, халыҡты яҡшыны ялғандан айырырға ярҙам итеүен билдәләне.
– Ҡайҙа дөрөҫлөк – шунда ышаныс, шуға күрә лә гәзиттәрҙең тиражы ла кәмемәй, даими һаҡланып килә, – тине Дәмин Юланов.
– “Ейәнсура таңдары” гәзите коллективы башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм йолаларын үҫтереү һәм һаҡлап ҡалыу буйынса ҙур эш алып бара. Һеҙ беҙҙең ауылдар, оло быуын кешеләре, йәштәр өсөн бик кәрәк. Уҡыусыларығыҙҙың ышанысы – һеҙ артабан эшләһен өсөн иң яҡшы ҡорал. Киләсәктә лә ижади уңыштар юлдаш булып, шундай уҡ ҡомар менән эшләүегеҙҙе дауам итегеҙ. Бергә эшләйек, беҙҙең киләсәк өмөтлө!
Район хакимиәте башлығы бер төркөм редакция хеҙмәткәрҙәренә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һәм район хакимиәтенең Почет грамоталарын, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Зөһрә Фәрғәт ҡыҙы Ейәнсура кешеләренә гел һоҡланыуы тураһында әйтеп үтте.
– Интернет үксәгә баҫып килһә лә, гәзит бер ҡасан да үлмәйәсәк, – тине Зөһрә Сәйетҡолова һәм республикабыҙҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчевтың ҡотлау сәләмен еткерҙе, ә Дәмин Марат улына редакцияға ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.
Өфөнән килгән башҡа ҡунаҡтар ҙа гәзиттәрҙе юбилей уңайынан ҡотлап, хеҙмәткәрҙәрҙең еңел булмаған эшендә уңыш теләне. Улар ҙа буш ҡул менән килмәгәйне. Гәзиттә эшләүселәр менән бер рәттән штаттан тыш хәбәрселәр ҙә “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Артабан район мәғлүмәт үҙәге директоры, “Зианчуринские зори” гәзитенең мөхәррире Виктория Ҡуянова менән “Ейәнсура таңдары” гәзите мөхәррире Әлмира Әйүпова башҡарылған эштәр хаҡында һөйләне.
– Бөтә сараларҙың да уртаһында ҡайнайбыҙ, хатта үҙебеҙҙе алғы һыҙыҡтағы шикелле хис итәбеҙ, – тине Виктория Ҡуянова. – Беҙҙе, социаль селтәрҙе лә ҡушһаҡ, 50 меңдән ашыу кеше уҡый. Киләсәктә уларҙың һаны байтаҡҡа артасаҡ.
Әлмира Әйүпова әйтеүенсә, хәбәрселәр заман менән бергә, хатта унан бер аҙым алда атларға тейеш. Шул саҡта ғына гәзит йәшәйәсәк.
Гәзиттең юбилейына арнап, “Ейәнсура таңдары” биттәрендә уҙғарылған “Гәзит тарихына байҡау яһап” конкурсы еңеүселәре сәхнә түренә саҡырылды. Улар – Иҫәнғолдан Рәзиф Хәйруллин, Әлебайҙан Флүрә Назарова һәм Ибрайҙан Рәшиҙә Хәсәнова Рәхмәт хаттары һәм “Первый формат”ҡа барыу өсөн сертификаттар менән бүләкләнде.
Байрамда шулай уҡ “Ихатам тулы гөл-сәскә, тирә-яҡҡа нур сәсә” фотоконкурсында Таҙлар ауылынан рауза сәскәһенең иң күп төрөн үҫтергән Әнзинә Дүшәнбаева ла билдәләнде.
Район мәҙәниәт йорто артистары, һәүәҫкәр йырсылар, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Мырҙабаева, “Ҡарасәй” халыҡ фольклор ансамбле ҡатнашлығында бай йөкмәткеле концерт матур тантанаға йәм өҫтәне.
Сара аҙағына ҡалдырып үткәрелгән бүләк отошто бөтәһе лә түҙемһеҙлек менән көттө. Шулай булмай ни?! Бүләктәр ҙә ниндәй бит әле! “Ейәнсура таңдары” гәзитенә яҙылып, квитанция күсермәләрен редакцияға алып килгән йәки ебәргәндәр 10 тонна асфальтҡа, һарыҡҡа, мангалға, термопотҡа, манты бешереү һауытына һәм башҡа бүләктәргә дәғүә итте. Байрам концерты тамамланыу менән бүләк уйнатыу башланды, лототрон өйөрөлгән һайын, бүләк эйәләре лә асыҡлана барҙы.
Юбилейҙы әҙерләп үткәреүҙә район хакимиәтенәң, төрлө ойошмаларҙың һәм гәзиттәрҙе яратҡан кешеләрҙең ярҙамы ифрат ҙур булды. Редакция коллективы уларға оло рәхмәтен еткерҙе.
90 йыл элек район гәзитенең беренсе һаны донъя күргән. Тап ошо көндән уның ҡыҙыҡлы һәм сағыу тормошо башланған. Был ваҡыт эсендә уны булдырыу йәһәтенән йөҙләгән кеше – мөхәррирҙәр, хәбәрселәр, яуаплы секретарҙар, фотохәбәрселәр, нәшер итеүселәр һәм башҡалар эшләгән. Гәзиттең һәр һаны – ул күп кеше хеҙмәте. Әле лә редакция коллективы тыуған төйәгенең йылъяҙмаһын алып барыуҙы дауам итә. Гәзиттәребеҙҙең өмөтлө киләсәгенә, уҡыусыға кәрәкле булыуына ышанабыҙ.
Юлай СОЛТАНБАЕВ
Ейәнсура районы.