Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Февраль 2023, 17:56

Мәргән уҡсылар төбәге

Районда был шөғөлдө үҙ итәләр.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Бөрйәндә йәйәнән уҡ атыу менән ҡыҙыҡһыныусылар күп булыуын электән ишетеп белә инек. Был тарафтарға юл төшкәндә ошо шөғөлдө үҙ итеүселәрҙе лә күреү теләге тыуҙы.

Уларҙы район үҙәгендә урын­лаш­ҡан “Урал” физкультура-һауыҡтырыу комплексында тап иттек. Мәргәндәр төрлө һөнәр буйынса эшләһә лә, ҡыҙыҡһыныуҙары уртаҡ. Ра­йон­дың уҡсылар етәксеһе Илдар Ишморатов үҙе эшҡыуар, ә буш ваҡытта һәр саҡ уҡ атыу буйынса күнекмәләргә ашыға.

– Күңелемә ятҡан шөғөл булғас, уға ваҡыт табыла. Төр­лө ярыштар ҙа уҙғарып тора­быҙ. Мәҫәлән, Яңы йыл кубогына республика кимәлендә ярыштар ойошторҙоҡ. Унда беҙҙең уҡ­сылар һынатманы, мин беренсе урын яуланым. Үҙебеҙ ҙә башҡа яҡ­тарға йө­рөйбөҙ. Әле бына Орел ҡала­һына ярышҡа барырға әҙер­ләнәбеҙ, – тип һөйләне Илдар Зәки улы.

Тормош иптәше Әлиә Ишморатова ла был шөғөлдө үҙ иткән. Уның да ҡыҙыҡһыныуы электән булып сыҡты.

– Бала саҡта муйыл аға­сы­нан уҡ, йәйә эшләп уйнай тор­ғайныҡ. Шуға минең өсөн был шөғөл ят түгел. Физкультура-һа­уыҡтырыу комплексында ойошторолған күнекмәләргә ҙур теләк менән йөрөйөм. Хә­ҙер инде дүрт йыллап уҡ атыу менән шөғөлләнәбеҙ, – тине ул.

Уҡсы булыуың өсөн оҫта атыу ғына етмәй, махсус кейе­мең, ҡоралдарың булыуы ла мөһим. Бөрйәндәрҙе был йә­һәт­тән өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Уҡ атыуға мәргәнлек тә, рух та етерлек уларҙа. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Азат Ишкилдин комплекста күнекмәләр өсөн махсус тир булдырылыуы тура­һында ла һөйләне. Әйткәндәй, уның тормош иптәше Наилә Тимерйән ҡыҙы ла был шөғөл менән ихлас мауыға. Ул беҙгә уҡ атыуға ылығыуҙарына бәйле ваҡиғаны ла бәйән итте:

– Бер йылды тормош иптә­шем ме­нән районыбыҙҙа үт­кәрелгән “Урал ба­тырҙың ҡыш­ҡы уйындары” байрамында ҡатнашырға тура килде. Шунда тәүге тапҡыр йәйәнән уҡ атып ҡара­ныҡ. Һәм мин ҡатын-ҡыҙҙар ара­һында өсөнсө урынды яуланым. Был иһә күңелдә сәм, ҡыҙыҡһыныу уятты. Бер аҙҙан Бөрйән яҡтарына тура килерлек итеп костюмдар ҙа тек­тереп алдыҡ, төрлө район­дарҙа ойошторол­ған ярыш­тарға йөрөй башланыҡ. Шулай уҡ Рәсәй кимәлендә уҙғарылған бәйгеләргә лә сығабыҙ, уңыш­тарыбыҙ ҙа бар. Балала­ры­быҙ­ҙың икәүһе ҙу­райған, бәлә­кәсенә 11 йәш. Кесеһе беҙ­гә ҡарап уҡ атыу менән ҡыҙыҡһы­на, уға ла уҡ, йәйә алып бирҙек, – тип һөйләне Наилә Ишкилдина.

Мәргән уҡсылар араһында Яңы Мөсәт ауылыныҡылар байтаҡ булып сыҡты. Уларҙың береһе Сынбулат Юлбирҙин иң тәжрибәлеләр рәтендә. Ул ҙур кимәлдәге ярыштарҙа ла еңеү яулап өлгөргән.

– Йәшерәк саҡта үҙебеҙ уҡ, йәйә эшләп һабантуйҙарҙа ярыштар ойоштора инек. Ныҡ­лап уҡ атыу менән шө­ғөлләнеү бер нисә йыл элек башланды. Оҫталыҡ дәрестәрендә булыу ҙа күп нәмәгә өйрәтте, ярыштар ҙа тәжрибәне байытты. Шулай ҙа күңе­лемдә иң ҙур тәьҫо­рат­тар ҡалдырған сара Ҡаҙағстан­да уҙғарылған “Оло дала рухы” фестивалендә ҡатнашыу булғандыр, – тип һөйләне ул.

Яңы Мөсәт ауылынан йәнә бер мәргән уҡсы Мөхәррәм Ҡас­ҡынбаевты ла күнекмә мәлендә осраттыҡ. Ул да ярыш­тарҙа ҡатнашып, үҙенең оҫта­лығын арттыра. Йәйәнән уҡ атыу шөғөлөнөң респуб­ли­кабыҙҙа матур башланғыс алыуына иғтибар итеп, ул йәш быуында ҡыҙыҡһыныу тыуҙы­рыу мөһимлеген дә атаны.

Бөрйән районында мәргән уҡсылар артыуға бара, район үҙәгендә генә тү­гел, Яңы Собханғол, Ҡыпсаҡ, Мона­сип ауылдарында ла уларҙың һаны ишәйә.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА 

Читайте нас