

Яратҡан йырсыларыбыҙ Зинира менән Ризат Рамазановтар моңло тауыштары ғына түгел, ә ҡорған матур ғаиләләре менән дә күптәрҙе һоҡландыра. Баҡһаң, ҡасандыр йәштәрҙең мөнсәбәттәре һис тә дуҫлыҡтан башланмаған икән. Был турала интервьюларының береһендә Ризат һөйләгән.
Зинира менән Ризат дүрт йыл бер төркөмдә уҡыған, ә Зинира староста булған.
“Гастролдәргә йөрөгәс, уҡыуҙы яратһам да, бик дәрестәргә йөрөп булманы. Ә Зинира, староста булараҡ, мине гел уҡытыусыларға һата торғайны. Шуның өсөн уны бик яратмай инем. Хатта дошмандар булдыҡ тип әйтһәң дә була. Уҡыу тамамланыуға өс ай ҡалғас ҡына дуҫлашып киттек. Нәфрәттән мөхәббәткә бер аҙым тигәндәй, арабыҙҙа һөйөү хистәре тыуҙы”, – тип һөйләгән ул.
Матурлап дуҫлашып киткәс, Ризат Зинираны ата-әсәһе менән таныштырыр өсөн ауылына алып ҡайтҡан. “Быға тиклем өйгә ҡыҙҙар алып ҡайтҡаным булманы, атай-әсәйем йылмайып ҡаршы алды. Ғәҙәттә, сәйҙе ҙур бокалдарҙа ҡаты итеп, һөтләп эсәбеҙ. Ә ҡунаҡ ҡыҙ килгәс, әсәйем серванттан туҙанланып бөткән матур сервиз алып ҡуйҙы. Тик һауыттар бәләкәй, сәйҙе эсеп туйып булмай. Зинира шул шәшке менән алты тапҡыр сәй эскәс, уның үҙебеҙҙең кеше икәнен аңланыҡ”, – тигән ул.
Шулай нәфрәттән барлыҡҡа килгән ғаилә бөгөн ике республиканы һоҡландырып йәшәй, ижад итә. Уңыштар теләйбеҙ!
Фото: "Бәйләнештә".