

13 февралдә бөйөк рус опера йырсыһы – уникаль бас тауышҡа эйә булған Федор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тула. Мәшһүр артистың профессиональ үҫеше тап Өфөлә, 1890 йылда башланған: башта ул оперетта төркөмөндә ябай хор йырсыһы була, аҙағыраҡ яңғыҙ йырлай башлай.
Өфөлә Ф. Шаляпиндың юбилейына арналған йылды рәсми асыу тантанаһы көтөлә. Саралар, йолаға ярашлы, Шаляпин һәйкәленә сәскә һалыуҙан башлана. Унан Милли музейҙа “Шаляпин Өфөлә” күргәҙмәһе ҡуйыласаҡ. Кис көнө Башҡорт опера һәм балет театрында гала-концерт үтә. Унда Өфөләге опера театрының күренекле бас тауыштары – Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаков, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Ҡәйепҡолов, башҡа йырсылар, шулай уҡ саҡырылған ҡунаҡтар Шаляпин өсөн махсус яҙылған операларҙан өҙөктәр башҡарасаҡ.
Юбилей сараларынан З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ла ситтә ҡалмай. Уҡыу йортоноң опера студияһы М. Мусоргскийҙың “Хованщина” операһының премьераһын тәҡдим итәсәк. Март айында Шаляпин йәмғиәте менән берлектә халыҡ-ара «Шаляпин уҡыуҙары» үткәрелә.
Баш ҡалала бөйөк йырсының иҫтәлегенә арналған сараларҙы дауам итеп, апрель айында йәш вокалсыларҙың Ф.Шаляпин исемендәге «Дебют» XIV асыҡ ҡала конкурсы ойошторола.
Бынан тыш, мәшһүр рус йырсыһы иҫтәлегенә тағы бихисап саралар үткәреү күҙ уңында тотола: балалар сәнғәте, йәш пианистар, әҙәби конкурс, Өфө балалар филармонияһында саралар.
Төбәк-ара Шаляпин үҙәгенең Өфө филиалы “Шаляпин Өфөлә” тип аталған юбилей календарын да сығарған, унда йырсының 1890-1891 йылдарҙа ҡалала йәшәгән осороноң бар сағыу ваҡиғалары сағылыш алған.
Республиканың алдынғы ижади коллективтары — Милли симфоник оркестр һәм Дәүләт академия хор капеллаһы тематик юбилей концерттарын әҙерләй, ә «Башҡортостан» киностудияһы документаль фильм күрһәтәсәк.
Ғөмүмән, бөйөк опера йырсыһының тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған саралар күп төрлө һәм ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле булыр, тип көтөлә. Быларҙың бөтәһе хаҡында ла бөгөн иҫтәлекле датаға бағышлап үткәрелгән матбуғат конференцияһында билдәле булды. Унда Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Н.Лапшина, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры етәксеһе И. Әлмөхәмәтов, театрҙың художество етәксеһе А.Абдразаҡов, Өфө дәүләт сәнғәт институты проректоры А.Хасбиуллина, Төбәк-ара Шаляпин үҙәгенең Өфө филиалы рәйесе Е.Замрий, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Д.Ғәниев, Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идараһы директоры Л.Шафиҡовтар ҡатнашты.
Яҙмала ҡулланылған Ф.Шаляпин фотолары – Милли музей төркөмөнән.