Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Февраль 2023, 09:00

Ғүмер үтә, тимә...

Был юлы "Йырлы табын"да - Йылайыр районының Юлдыбай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары!

Ғүмер үтә, тимә...
Ғүмер үтә, тимә...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Нурзиә Хәсәнова Беренсе каналдағы "Поем на кухне всей страной" тигән проектты ҡарағандан һуң үҙенең туғандары менән йырлап ултырған видеоларын һалып интернет селтәренә  #йырлытабын тигән хэштег ҡуйып һалған ине. Һәм башҡаларҙың да туғандары менән бергә йырлаған видеоларын һалыуын һораны.

"Бер генә шарт бар: видеола иҫерткес эсемлектәр, иҫерек кешеләр булмаһын", - тигән теләген дә белдерҙе.

"Йырлы табын" акцияһына Йылайыр районының Юлдыбай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла ҡушылды. Улар башҡарыуында "Ғүмер үтә, тимә" йыры яңғырай.

Әйткәндәй, Юлдыбай ауылы республика "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша. Уңыштар юлдаш булһын!

Фото: Видеонан скриншот.

Ғүмер үтә, тимә...
Ғүмер үтә, тимә...
Ғүмер үтә, тимә...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: