Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Февраль 2023, 11:30

Владимир Спиваков Өфөлә!

Быйылғы йылдың иң сағыу музыкаль ваҡиғаһы

Владимир Спиваков Өфөлә!
Владимир Спиваков Өфөлә!

Быйылғы йылдың иң сағыу музыкаль ваҡиғаһы: Владимир Спиваков Өфөлә!

Башҡортостан Республикаһында “Владимир Спиваков саҡыра" VI Бөтә Рәсәй фестивале уҙғарыла. Тамашасыларҙы йәнә донъяның иң яҡшы коллективтарының береһе — СССР-ҙың халыҡ артисы, ЮНЕСКО-ның донъя артисы Владимир Спиваков етәкселегендәге Рәсәйҙең Милли филармония оркестры менән осрашыу көтә. Маэстроның тыуған илендә фестиваль үткәреү матур йолаға әүерелде.

Проект Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы булышлығында “Бөтә Рәсәй филармония миҙгелдәре" программаһы сиктәрендә бойомға ашырылған.

Өс көн дауамында тыңлаусыларҙы симфоник һәм фортепиано музыкаһы кисәләре көтә. Рәсәйҙең иң яҡшы симфоник коллективтарының береһен башҡарасаҡ:

21 февралдә (Өфө ҡалаһы, "Башҡортостан"дәүләт концерт залы)

Фестиваль нәфис музыкаль программа менән асыла:

Жорж Бизе-Родион Щедрин. Кармен-сюита.

Габриэль Форе. Павана.

Жак Ибер. "Париж", симфоник сюита.

Морис Равель. Болеро.

22 февралдә (Өфө ҡалаһы, "Башҡортостан"дәүләт концерт залы)

Фестивалдең төп йолаһы – тамашасыларҙың йәш фортепиано таланты менән танышыуы. Икенсе көн солисы - халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары, шул иҫәптән "Щелкунчик" XXI халыҡ-ара конкурсы лауреаты, Роман Шер (фортепиано, Мәскәү).

Людвиг ван Бетховен. Оркестр менән фортепиано өсөн 3-сө Концерт.

Дмитрий Шостакович. Променадный оркестр өсөн Сюита.

23 февралдә (Салауат ҡалаһы, "Нефтехимик" мәҙәниәт һарайы):

Салауатта концерт программаһында рус һәм донъя мәҙәниәтенең легендар ҡаҙанышына әүерелгән Петр Ильич Чайковский балеттарынан сюиталар, шулай уҡ Арам Хачатуряндың билдәле әҫәре яңғыраясаҡ.

Петр Ильич Чайковский. "Аҡҡош күле" балетынан Сюита.

Петр Ильич Чайковский. "Йоҡоға Талған һылыуҡай" балетынан Сюита.

Петр Ильич Чайковский. "Щелкунчик» балетынан Сюита.

Арам Хачатурян. М.Ю. Лермонтовтың «Маскарад» драмаһына музыка сюитаһы.

Билеттар nsorb.com сайтында

Фото: vk.com/nsorb

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: