Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Февраль 2023, 21:55

Өфөлә Шаляпин музейы буласаҡ

Эш бара, экспонаттар ҙа йыйыла

Өфөлә Шаляпин музейы буласаҡ
Өфөлә Шаляпин музейы буласаҡ

13 февралдә бөтә илдә бөйөк опера йырсыһы Федор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыу билдәләнә. Уның ижади үҫешенең инеше булған Өфө лә ситтә ҡалмай. Иң мөһим юбилей сараларының береһе - Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Шаляпин - Өфөлә» күргәҙмәһен асыу.
Күргәҙмәлә XIX быуат аҙағында Федор Шаляпиндың Өфөләге тормошо тураһында бәйән ителә. Ул саҡта донъяла танылыу яулар йырсыға 17 йәш кенә була әле. Экспозиция тураһында Өфөлә юбилей саралары башланыуға арналған матбуғат конференцияһында Төбәк-ара Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе етәксеһе Елена Замрий һөйләне.
– Экспонаттарҙың бер өлөшөн – Өфөлә була торған Шаляпин музейы коллекцияһынан 75 әйберҙе тәҡдим итәбеҙ, әммә улар барыһы ла бик ҡыҙыҡлы. Араһында йырсының өлкән ҡыҙы Ирина Шаляпина-Бакшеева ғаиләһенең уникаль әйберҙәре бар. Музей әле төҙөлә, шуға күрә экспонаттар тулыландырыласаҡ. Бөгөн беҙҙә булған экспонаттар ҙа – бик ҡиммәтле табыштар, - тине Елена Замрий.
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина:
– Музей быйыл асылыр, тип күҙаллана ине, әммә әле барған хәлдәр быны йырсының юбилейына уҡ эшләү мөмкинлеген бирмәне. Эш туҡтағаны юҡ. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан аҡса бүленгән. 2024 йылда, баш ҡалабыҙ юбилейына, Шаляпин музейы асыласаҡ. Проекттың концепцияһы һәм дизайны буйынса аныҡлыҡ бар, – тип асыҡлап үтте.

Фотоларҙа - йәш Ф.Шаляпин; күргәҙмәгә әҙерлек бара. 
(Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе төркөмөнән).

Өфөлә Шаляпин музейы буласаҡ
Өфөлә Шаляпин музейы буласаҡ
Өфөлә Шаляпин музейы буласаҡ
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: