Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Февраль 2023, 22:00

“Мираҫ” ансамбле - Рәсәй ҡалаларында

Өфө ансамбле алдында халыҡтарҙың мәҙәни төрлөлөгөн һәм дуҫлығын пропагандалау бурысы тора

“Мираҫ” ансамбле -  Рәсәй ҡалаларында
“Мираҫ” ансамбле - Рәсәй ҡалаларында

“Мираҫ” ансамбле яңы концерт-театрлаштырылған программаһы менән Рәсәй ҡалаларында сығыш яһаясаҡ.

9 һәм 10 февралдә баш ҡалала “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле концерттары уҙҙы. Коллектив Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһына “Хазина” концерт-театрлаштырылған тамашаһын әҙерләгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Мираҫ” ансамбле грантты “Башҡортостандың мәҙәни программалар дирекцияһы” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән берлектә еңде. Проект күп милләтле республикабыҙҙың бейеү һәм йыр фольклоры нигеҙендә программа әҙерләүҙе һәм уны прокатлауҙы үҙ эсенә ала.

"Беҙ Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән субсидиялар формаһында Башҡортостан Башлығы гранттарын алыуға конкурсҡа ғариза бирҙек. Конкурсты ойоштороусы - Башҡортостандың граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеү Фонды. Грант биреү тураһында ҡарар 2022 йылдың йәйендә сыҡты, хәҙер “Мираҫ” ҙур проектты тормошҡа ашыра”, - ти улар.

Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә республикала берҙән-бер йыр һәм бейеү ансамбле репертуарынан халыҡ мәҙәниәтенең, халыҡ ижадының, диндәрҙең һәм телдәрҙең күп төрлөлөгөн сағылдырған иң яҡшы номерҙар күрһәтә. Коллективтың номерҙары хәҙерге Башҡортостанды кәүҙәләндерә, унда бик күп милләттәр дуҫлыҡ һәм татыулыҡта йәшәй.

Концерттың беренсе бүлегенең концерт программаһын “Илкәйем” вокаль-хореография композицияһы асты. Был номер тарихҡа “Төньяҡ Амурҙары” булараҡ ингән яугир-еңеүселәрҙе данлай, ә “Дунай” башҡорт халыҡ йырында тыуған илде һағыныу яратҡан ҡыҙҙың образы аша бирелә. Беҙҙең ҡунаҡсыл төбәк “Башҡорт балы” йыр-бейеү композицияһында сағылыш таба, Хәлил Ишбирҙин ҡуйған “Башҡорт егеттәре” бейеүендә Ватанды һаҡлаусыларҙы күрһәтте.

Мираҫсылар тамашасылар иғтибарына “Гармун”, “Төмә” татар йырҙары аша туғандаш халыҡтарҙың мәҙәниәтен күрһәтте, хор “Мом тынаре вучектыт” мари композицияһын башҡарҙы. Артистар шулай уҡ “Һава нагила”, “Өлгөр” вокаль-хореография композицияларын һәм “Зигзаги” селтәрле удмурт бейеүен тәҡдим итте. Концерттың тәүге бүлексәһен Башҡортостандың баш ҡалаһының 450 йыллығына арналған “Өфө” премьера номеры япты.

Кисәнең икенсе бүлеге “Рус биҙәктәре” бейеүенән, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алена Завьялова башҡарыуында “Әсә - ерем минең” йырҙарынан асылды. Балет артистары барыһына ла “Диңгеҙ буйында” ғәҙәти булмаған армән бейеүен, “Аҡ ҡайы илдар” ҡаҙаҡ композицияһын күрһәтте.

Ансамблдең репертуары шул тиклем киң һәм күп яҡлы, хатта Рәсәй халыҡтарының ғына түгел, башҡа илдәрҙең дә мәҙәниәтен үҙ эсенә ала. Республикабыҙҙың башҡа дәүләттәр менән хеҙмәттәшлеге йыш ҡына саҡырылған ҡуйыусы хореографтар менән дуҫлыҡ мөмкинлегенә әүерелә. Мәҫәлән, коллективтың репертуарында “Силифке” төрөк бейеүе, “Canto della terra” итальян йыры барлыҡҡа килде. Концертта шулай уҡ ансамбль солистары Зәлиә Нурлы, Ләйсән Мөхәмәтова, Юлай Ҡасимов, Юнир Һағынбаев һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зәлиә Ғәниәтуллина сығыш яһаны. Кисә “Салауат Дан!” композицияһы менән тамамланды.

“Мираҫ” ансамбленең үҙенең тоғро тамашасылары бар, һәр номер Ватанға һәм үҙ эшенә һөйөү менән һуғарылған, репертуары шул тиклем төрлө, хатта ул төрлө халыҡтарға оҡшай һәм ансамбль сығыштарын бер тапҡыр булһа ла күргәндәрҙең барыһын да үҙенә ғашиҡ итеүен дауам итә.

Хәҙер Өфө ансамбле алдында Рәсәй ҡалаларында халыҡтарҙың мәҙәни төрлөлөгөн һәм дуҫлығын пропагандалау бурысы тора. Сөнки “Хазина” концерт-театрлаштырылған тамашаһының маҡсаты - республикабыҙ халыҡтарының телдәрен, мәҙәниәтен һәм сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереү. Был проект Силәбелә, Екатеринбургта, Ҡазанда һәм башҡа Рәсәйҙең 10-дан ашыу ҡалаһында күрһәтелә.

Фото: mirasufa.ru/

“Мираҫ” ансамбле -  Рәсәй ҡалаларында
“Мираҫ” ансамбле -  Рәсәй ҡалаларында
“Мираҫ” ансамбле -  Рәсәй ҡалаларында
“Мираҫ” ансамбле -  Рәсәй ҡалаларында
“Мираҫ” ансамбле -  Рәсәй ҡалаларында
“Мираҫ” ансамбле - Рәсәй ҡалаларында
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: