Башҡортостандың атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ артисы Гүзәл Уразова “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә үҙе менән булған хәл тураһында уртаҡлашты.
“Хәҙер ҡыҙыҡ, әлбиттә, әммә кисә көс-хәл менән Ырымбурға килеп еттем. Саңғыла тауҙан төшөп, бер ер менән бәрелгән инем. Ырымбурҙың 4-се ҡала дауаханаһына төндә кереп, рентген яһаттыҡ. Һынмаған, әммә ныҡ бәрелгән. Биш көн түшәктән тормаҫҡа ҡушҡандар ине лә бит. Алда – ике көн Ырымбур. Тамашасылар көтөп торғанда, нисек итеп ошонда ятып ҡалайым? Хәҙер – диклофенак, омепразол, кетопрофен гель һәм – сәхнәгә. Бирешмәйбеҙ”, - тип яҙҙы йырсы.
Йырсыға именлек, һаулыҡ, хәйерле сәфәрҙәр теләйбеҙ!
Фото: Г. Уразованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.