Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Февраль 2023, 16:00

Рәми бер ҡасан да онотолмай!

Бөгөн илһөйәрлек, телһөйәрлек символы булған бөйөк шағирҙың тыуыуына – 91 йыл.

Рәми бер ҡасан да онотолмай!Рәми бер ҡасан да онотолмай!
Рәми бер ҡасан да онотолмай!

Шағирҙың йорт-музейында иҫкә алыу саралары үтеп тора. Иҫтәлекле дата – шағирҙың тыуған көнө айырым мәғәнәгә эйә. Быйыл да музей хеҙмәткәрҙәре был көнгә алдан уҡ әҙерләнеп, төрлө саралар ойошторған.

Йорт-музейҙа шағирҙың әҫәрҙәрен, көндәлектәренән өҙөктәр уҡыуға бағышланған "Ҡауырһыным" шиғриәт сәғәте, китаптарынан күргәҙмә, "Шағир портреты" тигән балалар һүрәттәре күргәҙмәһе ойошторолған. Арҡауыл мәктәбе уҡыусылары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында "Рәми – беҙҙең йөрәктәрҙә" тип аталған кисә үткән.

Бөгөн иһә бөйөк ижадсыны хәтергә алырға әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылған. Рәми рухын һаҡлаған атайсалы өсөн 12 февраль көнө айырыуса ҡәҙерле. Йорт-музей етәксеһе Луиза Хәйретдиноваға бәйләнешкә сыҡтыҡ.

– Мәшһүр яҡташыбыҙҙың ижадын үҙ иткәндәр митингҡа йыйылдыҡ. Р. Ғариповтың шиғырҙарын һөйләнек, үлемһеҙ "Туған тел" шиғырын күмәкләп уҡыныҡ. Шағир һәйкәленә сәскә һалдыҡ. Йорт-музейҙа ла Рәми шиғырҙары яңғыраны, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар башҡарылды. Беҙҙең күңелдәргә айырым бер йылылыҡ һирпелгән кеүек, Шағир рухы ла шат булғандыр, тип ышанғы килә, – тине Луиза Хәбир ҡыҙы.

Шулай була күрһен!

Фотолар - Рәми Ғариповтың йорт-музейы төркөмөнән. 

Рәми бер ҡасан да онотолмай!
Рәми бер ҡасан да онотолмай!
Рәми бер ҡасан да онотолмай!
Рәми бер ҡасан да онотолмай!
Рәми бер ҡасан да онотолмай!
Рәми бер ҡасан да онотолмай!
Рәми бер ҡасан да онотолмай!
Рәми бер ҡасан да онотолмай!
Рәми бер ҡасан да онотолмай!
Рәми бер ҡасан да онотолмай!
Рәми бер ҡасан да онотолмай!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас