Нурзиә Хәсәнова Беренсе каналдағы "Бөтә ил менән аш бүлмәһендә йырлайбыҙ" тигән проектты ҡарағандан һуң интернет селтәренә үҙенең туғандары менән йырлап ултырған видеоларын #йырлытабын тигән хэштег ҡуйып һалған ине. Һәм башҡаларҙың да туғандары менән бергә йырлаған видеояҙмаларын һалыуын һораған. "Бер генә шарт бар: видеола иҫерткес эсемлектәр, иҫерек кешеләр булмаһын", - тигән теләген дә белдергән.
Күгәрсен районынан Илшат Абдрахманов яҙа: "Беҙ Тәүәкән ауылынан булабыҙ. Туғандарҙы, дуҫтарҙы йыйып алғайныҡ. Үҙем ғүмер буйы механизатор булып эшләйем. Оло ағайым иретеп йәбештереүсе, уртансы ағайым механизатор ине, хәҙер хаҡлы ялдалар. Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәребеҙ. Ҡатыным менән өс малай үҫтерәбеҙ. Видеоға Ғафури районынан ҡатыны менән ҡунаҡҡа килгән бик яҡын дуҫым Рәшит төшөрҙө".
Улар күмәкләп "Сәрмән" йырын башҡара. Афарин, тәүәкәндәр!
Фото: Илшат Абдрахмановтың шәхси архивынан.