Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Февраль 2023, 21:00

Сәйет Билалов тағы атай буласаҡ!

Өс балалы матур ғаилә дүртенсе сабыйын көтә. Ҡыҙ булырмы, малаймы? 

Сәйет Билалов тағы атай буласаҡ!
Сәйет Билалов тағы атай буласаҡ!

Танылған йырсы Сәйет Билалов “Бәйләнештә” социаль селтәрендә шатлыҡлы яңылығы менән уртаҡлашты: ул дүртенсегә атай буласаҡ!

Буласаҡ бәпестең ҡыҙмы, малаймы икәнен ғаилә әле популяр була барған йолаға ярашлы асыҡлаған. Ҙур ғына шарҙы шартлатып, уның эсенән ваҡ ҡына күк төҫтәге шарҙар килеп сыҡҡас, барыһы ла Билаловтарҙың малайы буласағын белде.

Был ваҡиғаға айырыуса атай үҙе ныҡ ҡыуана: “Аллаға шөкөр, улым буласаҡ! Иҫән-һау булайыҡ!” тип яҙҙы ул.

Зилиә менән Сәйет Билаловтарҙың татыу ғаиләһендә өс бала үҫә. Исемдәре лә матур: Ислам, Сәлимә, Әминә. Буласаҡ бәпестең дә имен-һау донъяға килеүен, туғандарына иш, ата-әсәһенә ҡыуаныс-йыуаныс булыуын теләйбеҙ!

Әйткәндәй, әлеге ваҡытта Сәйет Билалов гастролдәр менән Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла тарафтарында йөрөй. Йырсыға уңышлы сәфәр!

Фото: iprofiles.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: