Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Февраль 2023, 22:10

"Шаляпин – Өфөлә"

Өфөлә мәшһүр опера йырсыһы Ф.Шаляпинға арналған күргәҙмә асылды.

"Шаляпин – Өфөлә"
"Шаляпин – Өфөлә"

Бөгөн исеме, таланты бар донъяға билдәле мәшһүр опера йырсыһы Федор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулды.  Ошо уңайҙан Башҡортостандың Милли музейында “Шаляпин – Өфөлә. Бөйөк дебют тарихы” тигән күргәҙмә асылды. Тантанала республика мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Н.Лапшина, Өфөлә төҙөлгән Шаляпин музейы етәксеһе А.Баранова, Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе етәксеһе Е.Замрий ҡатнашты.  

 – Бөйөк йырсының исеме Өфө менән бәйле булыуы менән ғорурланырға һәм уның музыкаль мираҫын һаҡларға тейешбеҙ, – тип билдәләне тәбрикләү һүҙендә Наталья Лапшина һәм өфөләрҙе, баш ҡала халҡын, йәш быуын вәкилдәрен уникаль күргәҙмәне килеп күрергә саҡырҙы.
Шаляпин Өфөлә ныҡ оҙаҡ та йәшәмәй, әммә был осор уның профессиональ үҫешендә мөһим урын биләй – тап ошонда иҫ китмәле көслө, сағыу тауыш эйәһенең опералағы дебюты була, таланты асыла.

– Федор Иванович Өфөнө, ҡала халҡын бер ҡасан да онотмай, хатта тотош донъяла танылыу алғас та тормошоноң был осоро тураһында айырым йылылыҡ менән иҫкә алыр була. Әйҙәгеҙ беҙ ҙә уның исемен, бөйөк ижадын онотмайыҡ, йырсы хаҡындағы иҫтәлекте киләсәк быуындарға ла тапшырайыҡ, – тип саҡырҙы "Шаляпин - Өфөлә" проекты етәксеһе Анастасия Баранова.

Күргәҙмәгә Ф.Шаляпиндың XIX быуат аҙағында Өфөлә йәшәгәндән алып донъя кимәлендә танылыу яулағанына ҡәҙәр осорҙарға ҡағылған һирәк экспонаттар ҡуйылған. Бында Өфөлә асыласаҡ Шаляпин музейының бик әҙ генә экспонаттары бар, әммә улар һәр береһе оло хазинаға тиң.

Төбәк-ара Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе етәксеһе Елена Замрий – мәшһүр йырсы хаҡындағы иҫтәлекте күҙ ҡараһындай һаҡлаусы, музей экспонаттарын йыйыуға ифрат ҙур тырышлыҡ һалған кеше. Шуға ла күргәҙмәгә ҡуйылған ныҡ мөһим, ҡәҙерле экспонаттар тураһында тап ул ҡыҙыҡлы, йәнле итеп бәйән ҡылды. Уны тыңлаған кешеләр араһында Ф.Шаляпин тураһында ул ҡәҙәре үк белмәгән кеше булһа, хатта ул да йырсының бөйөк ижады, тормошо тураһында үҙе өсөн күп мәғлүмәт алыр ине!

Экспонаттар араһында Ф.Шаляпин ҡулдарының йылыһын һаҡлаған театр бинокле, өс һумға торош иткән дәүләт кредит билеты, открытка, емеш ҡырҡа торған кескәй генә бысаҡ һәм башҡа әйберҙәр бар.

Күргәҙмә 20 мартҡа ҡәҙәр эшләй. Рәхим итеп килеп күрегеҙ!

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

"Шаляпин – Өфөлә"
"Шаляпин – Өфөлә"
"Шаляпин – Өфөлә"
"Шаляпин – Өфөлә"
"Шаляпин – Өфөлә"
"Шаляпин – Өфөлә"
"Шаляпин – Өфөлә"
"Шаляпин – Өфөлә"
"Шаляпин – Өфөлә"
"Шаляпин – Өфөлә"
"Шаляпин – Өфөлә"
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: