Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Февраль 2023, 04:30

"Шаляпин маркаһы" сыҡты

Почта маркаһы мәшһүр опера йырсыһының тыуына 150 йыл тулыуға бағышлап сығарылған

"Шаляпин маркаһы" сыҡты"Шаляпин маркаһы" сыҡты
"Шаляпин маркаһы" сыҡты

Донъяға танылған бөйөк опера йырсыһы Ф.Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыу Өфөлә лә төрлө саралар менән билдәләнә. Мәғлүм булыуынса, тап беҙҙең баш ҡалала мәшһүр йырсы булып танылыр, ә ул саҡта әле йәш кенә егеттең опералағы дебюты була.
Бихисап юбилей сараларына ярашлы, йырсыға бағышланған почта маркаһы ла сығарылды.
Әйләнешкә сығарылған почта блогы – грампластинка рәүешендә, уртала атаҡлы йырсының портреты баҫылған. Блокта театр шаршауы төшөрөлгән, йырсының автографы ла һынландырылған.
Бөйөк йырсының юбилейына арналған саралар айҡанлы үткәрелгән матбуғат конференцияһында иҫтәлекле почта маркаларына махсус мөһөр баҫыу сараһы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов, Төбәк-ара Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе етәксеһе Елена Замрий һәм Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идараһы директоры Ленард Шафиҡов ҡатнаштылар.

Фотолар - Мәҙәниәт министрлығынан.

 

"Шаляпин маркаһы" сыҡты
"Шаляпин маркаһы" сыҡты
"Шаляпин маркаһы" сыҡты
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас