Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Февраль 2023, 22:10

Шаляпин йылы асылды

Был турала Радий Хәбиров түбәндәгеләрҙе яҙҙы. 

Шаляпин йылы асылды
Шаляпин йылы асылды

Бөгөн кис Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә арҙаҡлы яҡташыбыҙ Федор Шаляпинға арналған пост ҡалдырҙы.

“Был фотоларҙа – Федор Иванович Шаляпиндың шул осорҙағы иң яҡшы донъя сәхнәләрендәге сығыштарының афишалары. Бөгөн бөйөк артистың тыуыуына 150 йыл тула.

Был афишалар һәм башҡа әйберҙәр Өфөлә асырға хәл ителгән Шаляпин исемендәге музыка музейы экспонаттарына әүереләсәк. Нәҡ ошонда, ҡалабыҙҙа, бөйөк рус басы үҙенең ижад юлын башлай. Ул Өфө театры сәхнәһендә Станислав Монюшконың “Галька” операһында Стольниктың яңғыҙ партияһы менән тәүге тапҡыр сығыш яһағайны. Шуға күрә Шаляпинды яҡташыбыҙ тип ҡыйыу рәүештә иҫәпләй алабыҙ. Һәм беҙҙә, артистың иҫтәлегенә һәм уның ғәйәт ҙур талантына хөрмәт күрһәтеү йөҙөнән, мотлаҡ бындай музей булырға тейеш.

Бөгөн Өфөлә беҙҙең опера театрының иң яҡшы башҡарыусылары, Рәсәйҙең башҡа театрҙары артистары концерты менән Шаляпин йылын астыҡ. Уның сиктәрендә республикала концерттар һәм спектаклдәр күрһәтеләсәк, вокалсылар конкурсы, музыкаль һәм музей кисәләре, һынлы сәнғәт күргәҙмәләре ойоштороласаҡ”, – тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: