

Бөгөн кис Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә “Бөйөк бас” концертында булды. Сара Фёдор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы байрам итеү йылын рәсми асыуға арналды.
Төбәк етәксеһе күренекле опера йырсыһына рәхмәт һүҙҙәрен белдереп, юбилей концертында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләне.
– Фёдор Иванович Шаляпин – үҙенсәлекле яҙмышлы кеше, иҫ киткес талантлы башҡарыусы. Ул ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫкән, Өфөгә йәш малай ғына булып килгән. Беҙ, Башҡортостан халҡы, бөйөк рус басының ижад юлын нәҡ ошонда, иҫ киткес ҡалабыҙҙа башлауы менән ғорурланабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ Өфөлә бөйөк йырсы хаҡында хәтерҙе һаҡлау өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Театр ҡаршыһында Фёдор Шаляпинға һәйкәл ҡуйылған, Сәнғәт институтының концерт залы уның исемен йөрөтә. Тиҙҙән үҙенсәлекле экспонаттар менән музыка музейы үҙ ишектәрен аса.
Башҡортостан Башлығы рәсми рәүештә республикала Фёдор Шаляпин йылын асты. Уның сиктәрендә йырсы иҫтәлегенә арналған саралар - концерттар һәм спектаклдәр, вокалсылар конкурстары, музыкаль һәм музей кисәләре, художество күргәҙмәләре уҙасаҡ.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының иң яҡшы башҡарыусылары, Рәсәйҙең алдынғы театрҙары артистары Фёдор Шаляпинды иҫкә алырға сәхнәгә сыҡты. Концертта бас өсөн тәғәйенләнгән әҫәрҙәр, Шаляпин өсөн махсус яҙылған операларҙан өҙөктәр яңғыраны.
Белешмә:
Бөйөк йырсы Фёдор Иванович Шаляпин 1873 йылдың 13 февралендә Ҡазанда тыуған. Ул рус йырсылары араһында беренсе булып донъя кимәлендә танылыу яулаған. Төрлө йылдарҙа Ҙур һәм Мария театрҙары, шулай уҡ “Метрополитен Опера” солисы була. Шаляпин тәүге тапҡыр опера йырсыһы булараҡ 1890 йылдың 18 декабрендә Өфөлә сығыш яһай. Ул Өфөлә ҡала театры сәхнәһендә Станислав Монюшконың “Галька” операһында Стольниктың соло партияһын башҡара. Тап Өфөлә Шаляпин тәүге театр оҫталығы дәрестәрен алды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.