Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, архитекторҙар һәм проектлаусылар, ғилми берләшмә һәм туризм өлкәһе вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән Күсмә цивилизациялар музейы концепцияһы буйынса фекер алышыу үткәрҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, музейҙы Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе эргәһендә төҙөү планлаштырыла.
Презентация алдынан республика етәксеһе Өфө районының Подымалово-1 тарихи ауылы эргәһендәге ҡаҙыу эштәре ваҡытында табылған археологик табыштар менән танышты. Улар араһында көршәк яһау керамикаһы, хәрби кейем элементтары, көнкүреш әйберҙәре – бөтәһе 2 меңдән ашыу артефакт бар. Белгестәр уларҙы IX—XI быуаттарға ҡарай, тип иҫәпләй.
Республиканың мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-производство үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин музей проектын фәнни яҡтан нигеҙләп сығыш яһаны. Ул Өфө, Шишмә һәм Салауат райондарындағы археологик тикшеренеүҙәр барышы менән таныштырҙы. Табылған артефакттар хәҙерге Башҡортостан биләмәһенең Алтын Урҙа осорондағы күсмә халыҡтар үҫешендә әһәмиәтле булғанын раҫлай.
Быйыл республика ғалимдары туғыҙ, шул иҫәптән сит илдәге коллегалары менән дә, археологик экспедицияла ҡатнашырға ниәтләй. Был эштең һөҙөмтәләре ағымдағы йылдың декабрендә ғалим-археолог, профессор, тарих фәндәре докторы Нияз Мәжитов иҫтәлегенә арналған III Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла барланасаҡ.
Музей концепцияһына ярашлы, ул дүрт залдан торасаҡ, уларҙың экспозициялары күсмә цивилизациялар үҫешенең хронологик осорона тап килтереләсәк.
Башҡортостан Башлығы проектлаусыларға төрлө саралар үткәреү өсөн музей майҙанын арттырыу тураһында ла фекер тупларға саҡырҙы. Бынан тыш, ғилми-тикшеренеү эштәре өсөн ҙур майҙансыҡ булдырыу мөһим.
– Проекттың идеяһы – был биләмәлә бар йүнәлештәрҙе йыйыу. Ә асыҡ майҙанда бер нисә мең тамашасыны һыйҙырырлыҡ амфитеатр булырға тейеш. Был урынға туристик йәһәттән ҡыҙыҡһыныу артыуын күрәбеҙ. Шуға күрә проект бер ике-өс йылға ғына тәғәйенләнмәгән. Биш-алты йыл дауам итер, моғайын, – тине Радий Хәбиров. – Был музейҙы төҙөгәндә ашығырға кәрәкмәй, барыһын да камил итеп башҡарыу мөһим.
Мәҙәни мираҫ департаменты етәксеһенең беренсе урынбаҫары – Мәскәүҙең баш археологы Леонид Кондрашов видеобәйләнеш аша концепцияны тикшереүҙә ҡатнашты. Ул проекттың юғары мәғрифәти мөмкинлектәрен билдәләне.
– Киләсәккә табан барыр өсөн, уртаҡ тарихыбыҙҙы өйрәнеү мөһим. Республикала буласаҡ объекттарҙы кешеләрҙең көндәлек тормошона индереүегеҙ, төрлө йәштәге һәм төрлө социаль төркөмгә ҡараған ҡунаҡтарҙы йәлеп итергә тырышыуығыҙ ҡыуандыра, – тине ул. – Был проект бөтә донъяға күсмә цивилизацияларҙың килеп сығышын һәм үҫешен күрһәтер, тип ышанам.
Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан Башлығы проекттың етешһеҙлектәрен бөтөрөү буйынса эшләргә ҡушты.
– Асылда, беҙ музей ғына түгел, ә Евразия үҙәген планлаштырабыҙ. Шуға күрә унда музей, фәнни, археологик, мәҙәни, этнологик өлкәләр сағылыш табырға тейеш. Ваҡыт үтеү менән беҙ уны, моғайын, Күсмә цивилизацияларҙың Евразия фәнни-мәҙәни үҙәге тип атарбыҙ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Ул беҙгә республиканың, Евразия киңлегендә йәшәгән халыҡтарҙың тарихына тәрәнерәк күҙ һалырға, башҡорт халҡының, Башҡортостандың ҙур цивилизация тарихындағы ролен аңларға мөмкинлек бирер. Был проектты яҡшы итеп тормошҡа ашырһаҡ, республиканың ғорурлығына әйләнеп китер уникаль үҙәккә эйә булырбыҙ.
Сығанаҡ, фото: glavarb.ru