Ошо көндәрҙә Өфөлә башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙо Илсөйә Бәҙретдинованың концерттары үтте.
“Өфө. 10 көн. 11 мең тамашасы. Үтте лә китте... Рәхәт тамашасы һеҙ! Киң күңелле, ҙур йөрәкле, ныҡ ҡунаҡсыл. Бәләкәй генә йөрәгемдән донъялағы иң ҙур рәхмәтте ҡабул итеп алығыҙ!” – тип яҙҙы йырсы.
Илсөйә Бәҙретдинованың ижадын күптәр үҙ итә. Йырсы тамашасы менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә, һәр ваҡыт “тере” тауышҡа йырлауға өҫтөнлөк бирә.
Әйткәндәй, концерттар ун көн буйы барыуға ҡарамаҫтан, билет ала алмай ҡалыусылар ҙа күп булған. Шуға күрә йырсы Өфө тамашасыһы алдында май айында тағы өс көн өҫтәмә концерт ҡуйырға ҡарар иткән.
Фото: kz-cosmos.ru