Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Февраль 2023, 08:30

Мәскәүҙә Рәсәй яҙыусылар союзының XVI съезы үтте

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов Рәсәй Яҙыусылар союзының юғары наградаһына лайыҡ булды.

Мәскәүҙә Рәсәй яҙыусылар союзының XVI съезы үтте
Мәскәүҙә Рәсәй яҙыусылар союзының XVI съезы үтте

Мәскәүҙә Рәсәй Яҙыусылар союзының XVI съезы үтте, уның эшендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары Марсель Сәлимов һәм Камил Йыһаншин, шағирҙар Лариса Абдуллина һәм Светлана Чураева составындағы делегация ҡатнашты. Съезда яңы редакцияла Устав ҡабул ителде, етәксе органдар һайланды. Рәсәй Яҙыусылар союзы етәксеһе итеп бер тауыштан ғәмәлдәге рәйес Николай Иванов һайланды.

Съезда ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән Рәсәй китап союзы президенты С.В. Степашин, РФ Президентының йәмәғәт проекттары буйынса идаралығы департаменты начальнигы Н.В. Синцов, РФ Президенты ҡарамағындағы граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса йәмәғәт советы рәйесе В. А. Фадеев, Рәсәй Журналистар союзы рәйесе В.Г. Соловьев һәм башҡалар сығыш яһаны. Ҡунаҡтарҙың һәм делегаттарҙың сығыштарында Рәсәй Яҙыусылар союзы эшенә юғары баһа һәм уның ныҡлы гражданлыҡ һәм ижади позицияһын таныу яңғыраны.

Идаралыҡтың отчет доклады аҙағында Союз рәйесе күренекле ҡәләм оҫталарын – хант яҙыусыһы Еремей Айпинды, башҡорт сатиригы Мар.Сәлимде һәм белорус шағиры Анатолий Аврутинды “Әҙәбиәттәге ҡаҙаныштары өсөн” почет билдәһе менән бүләкләне.

Съезға махсус операцияла ҡатнашыусыларға арналған сираттағы патриотик шиғриәт йыйынтығы сығарылды. “Беҙ һеҙҙең менән, туғандар!" милли шиғриәт антологияһы (Мәскәү: «Вече» нәшриәте; Рәсәй Яҙыусылар союзы, 2023. - Төҙөүселәр: Юрий Щербаков, Валерий Латынин; Николай Иванов проекты идеяһы) Тыуған илебеҙҙең милли республикалары шағирҙарын берләштерҙе. Антологияға Мар.Сәлимдең башҡорт һәм рус телдәрендә, шулай уҡ Башҡортостан шағирҙары Александр Хватков, Виктор Лязин һәм Ирина Пименованың шиғырҙары ингән.

Борис Иванов фотолары.

Мәскәүҙә Рәсәй яҙыусылар союзының XVI съезы үтте
Мәскәүҙә Рәсәй яҙыусылар союзының XVI съезы үтте
Мәскәүҙә Рәсәй яҙыусылар союзының XVI съезы үтте
Мәскәүҙә Рәсәй яҙыусылар союзының XVI съезы үтте
Мәскәүҙә Рәсәй яҙыусылар союзының XVI съезы үтте
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: