Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Февраль 2023, 20:02

Танышығыҙ: “Башҡкорд” төркөмө

Киләсәккә ниәттәре ҙур.

Рушания Нишанова
Фото:Рушания Нишанова

Быйыл апрелдә Силәбе өлкәһендә БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә гитарала уйнау буйынса курс асыла. Уның етәксеһе, танылған Силәбе музыканты Ришат Рәхимов тәүге көндәрҙән үк балаларҙың рок-төркөмөн ойошторорға ниәтләүен хәбәр иткәс, үҙәк белгестәре был башланғысты дәррәү күтәреп ала.

Шулай итеп, Силәбе уҡыусыла­ры­нан торған “Башҡкорд” төркөмө бар­лыҡҡа килә. Бөгөн төркөмдә дүрт ҡыҙ – Алтынай Нишанова (VI класс; вокал­сы һәм ритм-гитара), Камила Ислам­ғолова (VI класс; вокалсы), Амелия Аҡкилдина (VII класс; бас-гитара), Карина Бигилдина (X класс; яңғыҙ гитара) шөғөлләнә.

– Алтынай бығаса бер ҡасан да гитарала уйнамаған, Карина үҙаллы өйрәнгән, Камила музыка мәктәбендәге эстрада бүлегендә, Амелия “Креатив” ижад үҙәгендә шөғөлләнә. Ҡыҙҙарҙың һәр ҡайһыһы үҙ партияһын һайлап алды. Командала эшләү аныҡлыҡ, теүәллек талап итә. Күптән түгел төркөмдөң “Онотма” йырына икенсе клибы донъя күрҙе. Унда төркөмдөң тәүге составы йәлеп ителгән, сөнки клипты йәй һәм көҙ төшөргәндәр. Ә ошо ҡыҙҙар киләһе клиптарға йәлеп ителә. Әлеге ваҡытта төркөмдә ҡатнашыусылар әҙер материал өҫтөндә эшләй, артабан төркөм репертуарына бер нисә йыр өҫтәйәсәкбеҙ, билдәле йырҙарҙың каверҙарын да яҙҙырасаҡбыҙ, – ти Ришат Рәхимов.

“Башҡкорд” төркөмө Ришат Рәхи­мов ойошторған тәүге балалар рок төр­көмө түгел. Ҡасандыр ул төрлө өл­кә һәм төбәк-ара ижади конкурс­тарҙың лауреаттары булған “Abnormals”, “Продам гараж” төркөмдәренә нигеҙ һалған. Ә Ҡоншаҡ районында ойошторолған “Код 48” төркөмө тыуған яғында ғына түгел, Башҡортостанда ла популярлыҡ яуланы. Бигерәк тә “Ҡош юлы” бард фестиваленән һуң башҡорт йәштәре уның йырҙарын үҙ итә.

– Ришат Рим улының балалар менән эшләү тәжрибәһе ҙур, ул тиҙ уртаҡ тел таба белә, илһамландырыу һәләтенә лә эйә. Ҡыҙҙар һәр күнекмәне көтөп ала, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән шөғөлләнә. Төркөмдөң исемен, әйткәндәй, Алтынай уйлап тапҡан: нигеҙенә “башҡорт аккорды” тигән һүҙбәйләнеш һалынған. Ҡыҙҙарҙың хыялында – ҙур сәхнә, ялҡынлы алҡыштар, ҡыҙыҡлы гастролдәр. Мин дә уларҙың ҡасандыр билдәлелек яулауына ышанам, – тине Силәбе өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рушания Нишанова.

Төркөмдөң киләсәккә ниәттәре ҙур. Ришат Рәхимов әйтеүенсә, “Башҡкорд” башлыса автор йырҙарынан торған репертуар менән сығыш яһаясаҡ. Әлеге ваҡытта тап һәләтле ҡыҙҙар өсөн биш автор йыры яҙыла, өсөнсө клип төшөрөлә. Йәй көнө төркөм Озерск ҡалаһында “Заман” этно-фестивалендә уңышлы сығыш яһаны, көҙ иһә V “Яңы йондоҙ-2022” өлкә башҡорт йыры һәм музыка конкурсында үҙе хаҡында уңышлы белдерҙе.


Г. РӘСҮЛЕВА

Читайте нас: