Урал Фәләх улы Ҡолошов Силәбе өлкәһенең Сосновка районы Тәгеш ауылында тыуған. 1982 йылда урта мәктәпте тамамлаған, унан һуң Силәбе ҡалаһындағы училищеларҙың береһендә рәссам-декоратор һөнәрен алған. Совет Армияһында хеҙмәт иткәс, Силәбе сәнғәт һәм мәҙәниәт академияһының художество бүлегендә уҡыған.
Урал Ҡолошовты Силәбе өлкәһендә һәм Башҡортостанда әүҙем ижадсы, ҡәләм оҫтаһы һәм рәссам булараҡ та беләләр. Сосновка районындағы Долгодеревенское ауылының сәнғәт мәктәбендә оҙаҡ йылдар эшләгән, “Камин янында” әҙәби берекмәһенең етәксеһе Урал Фәләх улының уҡыусылары йыл һайын Силәбе өлкәһе һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа призлы урындар яулай. Шулай уҡ ижадсы Силәбе өлкәһенең “Аҡмулла” әҙәби берекмәһендә рус секцияһын алып бара.
Ул – бер нисә китап авторы. Тәүге шиғырҙары студент йылдарында уҡ “Кадры культуры” гәзитендә баҫыла башлаған. Шиғырҙары һәм хикәйәләре “У камина”, “Знакомство”, “От Урала до Невы”, “Силәбе шишмәләре”, “Һөйөнсө”, “Берез уральских шум” әҙәби йыйынтыҡтарына ингән. Милләттәшебеҙ район музейында билдәле башҡорт әҙибе Ғәлимов Сәләмдең экспозицияһын да ойошторған. Әйткәндәй, Урал Фәләх улын танылған шағир менән туғанлыҡ ептәре бәйләй.
Нурҡояш һәм Маринур
Легенда
Донъяның бер осонан икенсеһенә юл һуҙылып ята. Бында ҡасан юл барлыҡҡа килгәнен бер кем дә белмәй һәм бер кем дә хәтерләмәй. Юл бормалы, соҡор-саҡырлы, бер ҡараһаң, алыҫтағы тауҙарға, күккә тоташырлыҡ, бер ҡараһаң, тәрән, ҡараңғы тарлауыҡтарға төшөрлөк булған. Юлдың осо-ҡырыйы юҡ, ти. Кемдер уны тыныс ҡына, ҡабаланмай, ә кемдер юртып, кемдер ел кеүек осоп үткән. Кем юлға аяҡ баҫа, шул уға эс-серҙәрен асҡан, уй-хыялдарын уртаҡлашҡан.
Был юлда ҡарап тороуға ябай күренгән бер таш ятҡан. Бар юлаусылар ҙа уға эләкмәй үтмәй икән. Йәйәүле был ташты ураған йәки уға ултырып ял итеп алған, юртыусылар тиҙлеген кәметкән, елдәй осоусылар ташҡа бәрелеп, селпәрәмә килгән. Таштың был юлда ниңә ятыуын бары Хоҙай ғына белгән.
Ошо дәүер эсендә ҡойма ямғырҙар, ыжғыр елдәр, ҡар-бурандары ҡағып-һуҡһа ла, ташҡа бер нәмә лә булмаған, ти. Әгәр күк һылыуы Маринур үҙенең матур көймәһендә был юлдан үтмәгән булһа, был таш һаман да ята бирер ине әле. Көймә ҙур тиҙлектә килеп ошо ташҡа бәрелгән дә юл уртаһында туҡтап ҡалған, ти. Хеҙмәтселәре лә, бик күп һаҡсылары ла ташты урынынан ҡуҙғата ла, көймәне тартып сығара ла алмаған, ти. Әйтерһең дә, көймә ташҡа береккән, ә таш ергә һеңгән...
Көҙгө бысраҡтан, ҡойма ямғырҙан, әрһеҙ елдән ҡурҡмаған тәүәккәл Маринур көймәһенән төшкән дә көс еткеһеҙ ташты күтәреп алған. Шул ваҡытта бер мөғжизә булған. Ауыр таш уның ҡулында яңы бешкән икмәктәй йылы, аҡҡош ҡаурыйындай еңел тойолған. “Ниндәй тылсымлы таш” тип уйлаған да Күк сибәркәйе, юлдағы сәйер күренеш иҫтәлеге итеп, уны һарайына алып ҡайтырға булған.
Һарайға алып ҡайтҡас, ташты таҙартып йыуғандар ҙа Маринурға кире биргәндәр. Ғәҙәти таш һылыу ҡыҙҙың йомшаҡ ҡулдарында ҡапыл күҙ ҡамаштырырлыҡ йәйғор төҫтәрен алған алмасҡа әүерелгән, ти. Иң ҡыҙығы шунда: был таш башҡаларға һаман да ғәҙәти таш булып күренгән, улар сәйер үҙгәреште һиҙмәгән дә.
Алмастан һибелгән нурҙарға арбалған Маринур янына бер егет килеп баҫыуын да аңғармай ҡалған. Егет иһә таштың йәне булып сыҡҡан. Уны Нурҡояш тип атайҙар икән. Үҙ яртыһын тапҡан бер бөтөн кеүек, бер-береһенән ҡараштарын ала алмайынса, улар бик оҙаҡ торған, ти. Шул уҡ ваҡытта икеһе лә эстән ер кешеләренә хас булмаған яҡтылыҡ менән балҡығандар, ти.
Бер аҙҙан Нурҡояш үҙе менән аптырарлыҡ хәл булғанын һөйләп биргән. Бик күп мең йылдар элек был урында яуыз Киртекташ йәшәгән. Уның Ҡарай исемле бик һылыу ҡыҙы булған. Атаһы ҡыҙын ер аҫты батшалығы хужаһы Ҡаратауға кейәүгә бирергә хыялланған. Ҡарайҙы ысын йөрәктән һөйгән, изге күңеленән башҡа бер нәмәһе лә булмаған Нурҡояшты яуыз йән ташҡа әйләндергән, ти. “Ер йөҙөндә үҙең кеүек эскерһеҙ, саф күңелле, бар йөрәге менән ярата белгән тере йән осрамай тороп, ошо юл уртаһында ятасаҡһың да ятасаҡһың. Шул саҡта ғына элекке хәлеңә ҡайта алырһың”, – тип киҫәткән Киртекбаш.
Был мөғжизәле таш тураһында халыҡ телендә күп легендалар йәшәй. Берәүҙәр уны Ер үҙ ҡуйынынан тыуҙырған, икенселәр уны сит планетанан осоп килгән, тип һөйләр булған. Нурҡояш батыр һәм Маринур сибәркәй хаҡындағы легенда беҙгә тиклем килеп еткән.
Бына шулай, тәү ҡарамаҡҡа ғәҙәти, күҙгә бәрелмәгән, юл буйында ятҡан һоро таш ише күренһә лә, бәхетте үҙеңә эҙләү мөһим. Тәбиғәт-Әсә тыуҙырған һәр нәмәнең дә йәне булғанлығы хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр. Тирә-яҡҡа иғтибарлыраҡ булһағыҙ, күңелегеҙ ҡушҡанса эшләһәгеҙ, мотлаҡ һеҙгә лә бәхет йылмайыр.