14 февралдә “Рәсәй” медиаүҙәгендә VI «Владимир Спиваков саҡыра...» Бөтә Рәсәй фестивален уҙғарыуға арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы.
Донъяның иң яҡшы коллективтарының береһе — СССР-ҙың халыҡ артисы, ЮНЕСКО-ның донъя артисы маэстро Владимир Спиваков етәкселегендә Рәсәйҙең Милли филармония оркестры республика ҡалаларында өс концерт бирә: икәүһе - Өфөлә һәм берәүһе - Салауат ҡалаһында. Мәҙәни ваҡиға тураһында тулыраҡ “Рәсәй" медиаүҙәгендәге матбуғат конференцияһында Башҡортостан Милли симфоник оркестрының генераль директоры Артур Нәзиуллин һөйләне.
“Фестиваль Өфөлә “Башҡортостан” концерт залында һәм Салауат ҡалаһында уҙа. Салауат фестиваль картаһында осраҡлы ғына барлыҡҡа килмәне, унда 2014 йылдан маэстро Спиваковтың йәш таланттар мәктәбе эшләп килә. Владимир Спиваковтың был ҡалаға һәм тәү сиратта үҙенең мәктәбенә барыуы мөһим тип иҫәпләйем”, — тине Артур Нәзиуллин.
Проект Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы булышлығында “Бөтә Рәсәй филармония миҙгелдәре" программаһы сиктәрендә бойомға ашырылған.