Татарстандан Нурдания Низамованың моңло йырҙары, видеояҙмалары интернетта ярайһы уҡ киң таралған. Һәр әҫәрҙе еренә еткереп, күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәтерлек итеп башҡарған моңло ханымдың йырлауын күптәр үҙ итә.
Быуа районының Түбәнге Наратбаш ауылында йәшәй моң эйәһе. Уның музыкаль белеме юҡ, баянға ла махсус уҡымаған. Ғүмер буйы ошо ауылда йәшәп, 40 йыл фельдшер булып эшләгән.
Йыр-моңға тартылыуы бала-сағынан. 5-се класта уҡығанында гармунда уйнарға өйрәнә. Тормош алсаҡ, ихлас күңелле, кеше йәнле ханымдың алдына төрлө һынауҙар ҡуя. Йәш кенә килеш өс бала менән яңғыҙ ҡала. Ике ҙур ҡайғы көтмәгәндә бер-бер артлы килә. “Төндә – әтей, иртән ирем вафат булды”, - тип хәтерләй ул ауыр ваҡиғаларҙы Нурдания апай.
Бар ҡайғыһын йыр менән баҫа, моң менән тарата ул. Бөгөн дә йырлап йәшәй, ауылдағы барлыҡ сараларҙа, концерттарҙа ҡатнаша. Үҙен йырсы тип әйткәнде яратмай, “һәүәҫкәр инде мин”, ти. Ә халыҡ уны ҙурлап, “Быуаның халыҡ йырсыһы” тип атай.
Сығанаҡ һәм фото: syuyumbike.ru (“Сөйөмбикә” журналы).
Видео: "Зөһрә йондоҙ" төркөмө.