Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Февраль 2023, 13:30

Йырлы сәләм килде

Бөрйән районының Кейекбай ауылынан “Дуҫлыҡ” вокаль ансамбле сығыш яһай.

Йырлы сәләм килде
Йырлы сәләм килде

Ғәбиҙә Туҡбаеванан йырлы-моңло видеояҙма килеп төштө - Бөрйән районының Кейекбай ауылынан “Дуҫлыҡ” вокаль ансамбле сығышы.

Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Ғәбиҙә Туҡбаева ошо ауылда үҫкән. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлап, 1992 йылда тыуған ауылы клубында эш башлай. Бер урында хеҙмәт итеүенә - 31 йыл.

Ансамблдәрендә төрлө һөнәр кешеләре йырлай. Табип, уҡытыусы, фельдшер, шәхси эшҡыуар, клуб хеҙмәткәрҙәре, ашнаҡсы, хаҡлы ялдағыларҙың барыһын да йыр берләштерә.

Барлыҡ күләмле сараларҙа ла ҡатнашалар, мәҙәни тормошта ҡайнап йәшәйҙәр. Кисәнең тематикаһына ҡарап, үҙҙәренә оҡшаған йырҙарҙы һайлайҙар.

Фото һәм видео: vk.com/id207655150

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: