Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Февраль 2023, 16:00

Туған тел ғаиләнән башлана!

Үҙ телебеҙҙә шиғыр уҡып, акцияға ҡушылығыҙ!

Һәр йыл һайын 21 февралдә донъяла Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә.

Ул 1999 йылдың ноябрендә ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһы тарафынан булдырыла, ә беренсе тапҡыр 2000 йылда билдәләнә. ЮНЕСКО мәғлүмәттәренә ярашлы, Ер шарындағы 6 меңләп телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай...

Туған телебеҙҙең ҡәҙерен беләйек! Башҡортса һөйләшәйек, уҡыйыҡ, яҙайыҡ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры туған телебеҙгә арналған сюжетлы ҡыҫҡа видеояҙмалар төшөрә. Проект "Туған тел ғаиләнән башлана" тип атала. Ошондай видеояҙмаларҙың береһен иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ. Бер уңайҙан туған тел хаҡында яҙылған шиғыр уҡып видео яҙҙыртырға һәм флешмобҡа ҡушылырға саҡырабыҙ. Республикабыҙҙың билдәле шәхестәре акцияға ҡушылһа, шат булыр инек! 

Видео: Башҡорт дәүләт академия драма театры. 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас