Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Февраль 2023, 12:59

Замана еле (Юмореска)

Оло быуын кешеләренең күбеһе совет заманын һағынып бер була. Ул ваҡытта тормош күңеллерәк, тынысыраҡ, кешеләр бер-береһенә һәйбәтерәк ине, тиҙәр. Әллә, миңә бөгөнгө заман да бик оҡшай. Ке­шеләр ҙә бер-береһенә иғтибарлы. Мин быны машина һатып алғас та тойҙом. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, ура­ған һайын туҡтатып, хәл-әхүәлде белешә, “эсмәнеңме?” тип ҡыҙыҡ­һына, хатта танауҙарын танауға тейҙерә яҙып еҫкәнеп ала – был тиклем хәстәрлектән хатта күңел тула. Заправкаға инһәң, бензинға өҫтәп, әллә нәмәләр ҡушып бирергә әҙерҙәр – аҡсаң ғына булһын. Банкка барһаң, зиннәтле биналағы матур ханымдар шул тиклем ихлас йылмайып ҡаршылай, гүйә, беренсе мөхәббәт­тәре ҡаршыларына килеп баҫҡан. Ә инде “кредит алам” тип ауы­ҙыңды асһаң, үҙҙәре берәй миллион һум отҡандай ҡыуана.

Яңыраҡ класташ ҡыҙҙы осрат­ҡайным. Хатта уға ла хәҙерге заман шауҡымы ныҡ ҡағылған. Бынан утыҙ йыл элек отличноға уҡыған, баш­ҡаларға өҫтәнерәк ҡараған был ханым мин һөйләгәндә ауыҙға ғына ҡарап тора. Мәйтәм, элек көскә өс­кә өлгәшкәнде оноттомо, әллә шул тиклем шәп һөйләргә өйрән­демме?

– Класташ, кариес менән йө­рөйһөң бит! – тип һалғас, аптырап киттем. Баҡһаң, арыу ғына клиникала стоматолог булып эшләй икән. Әйҙүкләп, клиникаһына алып китте лә креслоға ултыртты. Ун минутлап булашҡас, утыҙ ике тешен күрһәтеп йылмайҙы ла:

– Бындай эш бик ҡиммәт тора, ә һинән күп һорап булмаҫ, класташ, биш мең бирһәң, етәр, – тип ҡуйҙы.

Ҡыҙыҡ, әүәл теште тиҙ дауалай торғайнылар, хәҙер оҙаҡҡа һуҙалар икән. Барам, ун-ун биш минут тыж-быж иткәс, биш меңде алып ҡала­лар ҙа йәнә килергә ҡушалар. Шулай йөрөй торғас, бындай язаға түҙмәнеме, әллә минән дә нығыраҡ аптырапмы, дауалай торған теш килеп төштө бит!

Ошо хәлдән бирле әлеге клас­таш эшләгән клиниканы урап үтәм. Әммә унһыҙ ҙа тормошомда йыл­ма­йыуҙар һис кәмемәй.

Фатирҙан сығыу менән башлана:

– Тышҡы ишекте алмаштырырға кәрәк, хулигандар емергән, берәр мең йыйһаҡ, бына тигәнен ҡуябыҙ, – тип йылмая туғыҙ ҡатлы йорто­боҙҙоң старостаһы.

– Интерактив таҡта һатып ала­быҙ, ата-әсәләр был изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә тейеш, балалар өсөн бит! – тип алыҫтан уҡ балҡып килә улымдың класс етәксеһе.

Магазинға, банкка, поликли­ни­каға инһәң дә, йылы ҡараштар, ихлас йылмайыу ҡаршылай.

Һис тә бөгөнгө заманды тәнҡит­ләргә ярамай. Һәр осорҙоң – үҙ ғә­ҙәттәре, ҡиммәттәре, үҙ еле һәм еҫе. Хәҙерге замандан иһә аҡса еҫе килә. Кеҫәң ҡалын булһа, бөтә донъяһы һиңә йылмайып ҡарай. Һаумы, капитализм!

- Марат ӘМИНЕВ

Читайте нас: